Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 17:05

Вәхши ғәйебен танымай

Әҙәм аҡтығы буш ҡына сәбәптән ике ҡатындың башына еткән, унан янғын ойошторған...

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Юғары суды Бөрө ҡалаһында йәшәгән 43 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарырға тейеш. Был әҙәм аҡтығы буш ҡына сәбәптән ике ҡатындың башына еткән. Фажиғә 2020 йылды ҡаршылар алдынан булған. Янған йортта 52 һәм 81 йәшлек ике ҡатындың кәүҙәләре табылған. Криминалистар ҡатындарҙы үлтереүҙәрен, унан инде йортто яндырыуҙарын асыҡлаған. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, тиҙ арала тәфтиш-оператив эштәр башҡарылған һәм енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кеше асыҡланған. Асыҡланыуынса, был ир таныш ҡатынына бурысҡа аҡса һорап килгән. Әммә хужабикә баш тартҡас, был ирҙе сығарынан сығарған һәм ул бысаҡ алып, ҡатынға ташланған. Тап ошо мәлдә йортҡа ҡатындың оло йәштәге әсәһе ҡайтып ингән. Шаһит ҡалдырмаҫ өсөн, ир уның да ғүмерен ҡыйған. Унан вәхши янғын ойошторған... Тәфтишселәр енәйәтсе һаман да ғәйебен танымауын белдерә. Фото: Тәфтиш комитеты сайтынан. Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/V-hshi--yeben-tanimay-510267/
Читайте нас: