Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 11:45

"Йылға төбөн тырнап эҙләнек"

Малайҙың кәүҙәһен 17 тәүлек буйы таба алманылар...

Быйыл яҙ Ғафури районының Ташбүкән ауылында юғалған бала өсөн бар республика халҡы ҡайғырғайны. Малайҙы туғандары, полиция, ирекмәндәр 17 тәүлек буйы эҙләп, кәүҙәһен саҡ тапты.
Ошо көндәрҙә “КП-Өфө” баҫмаһы Тәфтиш комитетының криминалистика бүлеге етәксеһе урынбаҫары Степан Кривцов менән аралашып, был эштең нескәлектәре хаҡында белешкән.
Билдәле булыуынса, туғыҙ йәшлек малай 22 апрелдә юғалғайны. Бала олатаһынан ҡайтырға тип сыға, тик өйөнә килеп етмәй. Уны эҙләргә бар республиканан бик күп кеше йыйыла. Криминалист белдереүенсә, тәүҙә бер нисә версия ҡарала: енәйәттән башлап бәхетһеҙ осраҡҡа тиклем. Малайҙы урлауҙары ихтимал тигән фараз да була, сөнки ауыл юл буйында ята, унан сит-яттар йыш үтә.
"Оҙайлы ваҡыт үткәс, баланы иҫән килеш табып булмаҫына бөтәһе лә инанды. Тик эҙләү бер минутҡа ла туҡтаманы. Криминал эҙ тураһындағы версия ла яйлап юҡҡа сыҡты, сөнки беҙ малайҙың туғандарының һәм шикләнгән кешеләрҙең ғәйепһеҙ икәнлеген дәлилләп өлгөргәйнек. Улар хатта полиграф үтте. Йылғала эҙләй башланыҡ. Ауырлыҡ шунда ине: тау йылғаһы булғас, уның бормалы урындары күп, ағым көслө. Водолаздарға ла ауыр ине, сөнки өйөрөлтмәләр уларҙы һыу аҫтына тартты, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйҙы", – тип һөйләгән Степан Кривцов.
Шул саҡта йылғаны киптереү ҡарары ҡабул ителә лә: дамба төҙөлә. Әммә уны оҙағыраҡ тотһаң, күрше ауылды һыу аҫтында ҡалдырыу хәүефе ҡалҡа.
"Дамба төҙөгән көндә баланы эҙләргә йөҙәрләгән кеше сыҡты. Беҙ уларҙы ике километр һайын ҡуйып сыҡтыҡ та эшкә тотондоҡ. Йылғаның кимәле ныҡ кәмене, кешеләр уның төбө буйлап йөрөй башланы. Йылға төбөн тырнап эҙләнек. Тик ошо алым ғына малайҙы табырға ярҙам итте, сөнки ул батҡан һәм ағас тамыры аҫтына эләккән ине. Аҙаҡ шундай фекергә килдек: әгәр ошо ысулды ҡулланмаһаҡ, баланы бер ҡасан да таба алмаҫ инек", – тигән С. Кривцов.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: