Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 11:20

Указға был юлы ниндәй үҙгәрештәр индерелде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республика биләмәһендә планлаштырылған һәм ҡатнашыусылар һаны 50-нән ашҡан йәки сит ил, күрше төбәк граждандары ҡатнашҡан барлыҡ эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын үткәрмәҫкә, әгәр был мөмкин булмаһа, һуңғараҡ ваҡытҡа күсерергә.
65 йәштән өлкән кешеләргә, ауырлы ҡатындарға һәм хроник сирле кешеләргә үҙ ҡурсаланыу режимын үтәргә. Улар аҙыҡ-түлек, дарыу алырға, элемтә салонына, баҡса һәм зыяратҡа бара ала.
Башҡортостанға сит илдәрҙән - һауа транспорты (экипаж ағзаларынан тыш), шул иҫәптән транзит менән башҡа төбәктәрҙән килгәндәр ПЦР юлы менән COVID-2019-ға тикшереү һөҙөмтәһен алғансы үҙ ҡурсаланыу режимын үтәргә тейеш.
Мотлаҡ үҙ ҡурсаланыу режимы шулай уҡ социаль учреждениеларҙа булғандар өсөн дә 15 ноябргә тиклем һаҡлана.
Мәктәп каникулдары быйыл 19 октябрҙән 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары тамаша залы 30 процентҡа тулған саҡта ғына эшләргә хоҡуҡлы.
Рәсәй спорт министрлығының төбәк-ара, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара физкультура һәм спорт сараларының Берҙәм календарь планына индерелгән ярыштар санитар-эпидемиолог талаптарҙы ҡәтғи үтәп һәм тамашасылар булмаған осраҡта ғына үтә ала.
Эш биреүселәр 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ ауырлы ҡатындарҙы һәм хроник сирҙәре булғандарҙы өйҙән тороп эшләүгә күсереү мөмкинлеген табырға тейеш. Шулай уҡ бер йәки бер нисә хеҙмәткәргә инеү термометрияһы үткәреү, битлек режимын үтәү һәм башҡа профилактик сараларҙы үтәүҙе күҙәтеүсе функцияларын һалырға кәрәк. Антиковид инспекторы үҙе башҡарасаҡ эшмәкәрлек тураһындағы материалдар менән танышырға, ә эш биреүсе уның эш регламентын билдәләргә, уны башҡа бурыстарҙан азат итергә, шәхси яҡланыу саралары, айырылып торған билдә йәки махсус кейем бирергә, антиковид инспекторы бурыстарын лайыҡлы башҡарған осраҡта эш хаҡына өҫтәмә түләүҙе ҡарарға тейеш.
Предприятие һәм ойошмаларҙа “Роспотребнадзор” эшләп сығарған тәҡдимдәрҙе һүҙһеҙ үтәүҙе тәьмин итергә, корпоративтар һәм башҡа күп кеше ҡатнашҡан саралар үткәреүҙе кисектерегә кәрәк.
“Башавтотранс” һәм шәхси ташыусылар транспорт хәрәкәте графигын оптимәлләштерергә тейеш, был пассажирҙарҙың социаль дистанцияны үтәүе өсөн кәрәк.
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары эш ваҡытын 23 сәғәткә тиклем билдәләргә, корпоратив саралар, туйҙар, юбилейҙар, иҫкә алыу саралары үткәрмәҫкә, залда бейеү майҙансыҡтары эшен туҡтатырға тейеш.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының эш кәңәшмәләре, йыйылыштар, коллегия ултырыштары һәм башҡа саралар видеоконференция режимында үтергә тейеш. Иҫкәрмә булып Башҡортостан Башлығы, Хөкүмәт Премьер-министры үткәргән саралар һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштары иҫәпләнә.
Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың 15 декабренә тиклем Стәрлетамаҡта яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын төҙөп бөтөү һәм файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Указға ярашлы, кешеләр үҙҙәре йәшәмәгән урындарҙан тыш башҡа ерҙәрҙә битлек кейергә, ә магазин, банк һәм КФҮ-ларҙа бирсәткә кейергә, бөтә ерҙә лә 1,5 метрләҡ социаль дистанцияны һаҡларға тейеш (таксинан тыш). Бынан тыш Рәсәйҙән ситкә, шул иҫәптән COVID-2019 буйынса имен булмаған төбәктәргә, күп кеше ҡатнашҡан саралар һәм урындарға бармау һорала.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: