Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 11:41

Республикала боҙлауыҡ һәм ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 21 октябрҙә бер аҙ ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус.
Кесаҙна, 22 октябрҙә, бер аҙ епшек ҡар, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән -5 градусҡаса, аяҙытҡанда -10-ға хәтлем, көндөҙ -1,+4 градус.
Йома, 23 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, аяҙытҡанда -12-гә тиклем, көндөҙ 0, +5 градус.
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: