Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 10:10

“Мөхәббәтемдер, бәлки...”

Йәсминә иртәнге сәйен яһаны ла тәҙрәнән урамға күҙ һалды. “Кеше артыҡ күренмәй бөгөн. Төн буйы яуған ямғыры ла туҡтамай, исмаһам. Ярай әле, эшкә бараһы түгел”, – тип уйлап алды. Бөгөн тыуған көнгә саҡырылғайны бит әле...

Тик бына бер ҡайҙа ла йөрө­гөһө килмәй ҡыҙҙың, кеше ара­һына сығырға яратмай ул. “Сирләйем, тип әйтермен инде. Моғайын, үпкәләмәҫтәр”, – тип ҡарар итте лә өй мәшәҡәттәренә тотондо Йәсминә.

24 йәшлек ҡыҙҙың барыһы ла бар тип әйтерлек. Көн дә яратып йөрөгән эше, йәшәр мөйөшө. Өләсәһе мираҫ итеп ҡалдырғайны торлаҡты. Тик бына шәхси тормошта ғына уңмай. Хеҙмәт урынында өйләнмәгән бүлек мөдире бар ҙа, уның эргәһендә сибәр, ҡыйыу, тәүәккәл ҡыҙҙар ғына өйөрөлә. “Ә миңә, “һоро сысҡан”ға, кем ҡараһын инде?..”

Артыҡ яңғыҙ тип тә әйтеп булмай Йәсминәне. Эшендә хөрмәт итәләр: үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, яуаплы, ярҙамсыл, изге күңелле ул. Тик бына сағыу кейенергә баҙнатһыҙ, шуға күрә бер көн фирмалағы ҡыҙҙар уны әйҙүкләп бер бутикка алып барып, һуңғы мода буйынса тегелгән күлдәкте лә алдыртҡайны. Ошонан һуң кафеға ингәйнеләр. Шунда бер егет уның йөҙөнә бик оҙаҡ, ингәндән алып сыҡҡансы, ҡарап ултырғас, ҡыҙҙар: “Күҙҙәре менән тишә инде үҙеңде. Әллә ғашиҡ булды инде?” – тип көлгәйне.

“Ул сибәр егеткә мин оҡшай буламмы? – тип уйлап ҡуйҙы әле. – Юҡтыр. Шулай ҙа иртәгә эшкә теге матур күлдәгемде кейеп барайым әле...”

Кейеп килде лә ҡыҙ. “Йәсминә, ҡайһылай матурһың бөгөн!” – тип һоҡланып ҡараны үҙенә электән шаяртып һүҙ ҡушып йөрөгән программист егет. Был һүҙҙәрҙән уңайһыҙланһа ла, барыбер кәйефе күтәрелде ҡыҙҙың. Эштән һуң матурлыҡ салонына ла инеп сығырға ҡарар итте.

...Ошо көндән өҫ-башына ҡа­рата иғтибары көсәйҙе Йәсми­нәнең. Эргә-тирәләге ир-егеттәр ҙә уның яғына күҙ һала башланы. Ә ҡыҙҙың хәтеренән теге кафе­лағы егеттең ҡарашы китмәне. Көн дә уйланы уны. “Бәлки, осратырмын”, – тип бер көн кафеға инергә баҙнат итте.

Ул ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле егет, ысынлап та, шунда ине. Йәс­ми­нәнең эргәһенә килде лә үҙенең рәссам икәнлеге хаҡында әйтте һәм күргәҙмәһенә саҡырҙы. Ҡыҙ бик ихлас ҡабул итте был тәҡдимде.

– “Моңһоу ҡыҙ” тип атала был картинам. Рәхмәт һиңә, был эшем миңә уңыш килтерҙе. Ғәфү ит, өндәшмәй генә портретыңды яҙҙым, – тине егет.

Ҡыҙ ҡапыл ни әйтергә белмәне, залдан йүгереп сығып китте.

Скверҙағы эскәмйәгә ултырҙы ла ҡысҡырып илап ебәрҙе Йәс­минә. Мөхәббәтемдер, бәлки, тип уйлағайны, ә ысынында уны үҙ мәнфәғәтендә файҙалан­ғандар... Ҡайһылай ауыр икән бындай тойғоно кисереү... Шул саҡ янына берәү килеп ултырҙы. “Ниңә илайһың ул, Йәсминә?” – тип хәстәрлекле өндәште. Ҡыҙ уға – эшендәге программист егеткә – һирпелеп ҡараны ла беренсе тапҡыр йылмайып ҡуйҙы...
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: