Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 13:20
Компьютер томографияһын теләгән һәр кем үтә алмаясаҡ...
Хәҙер теләгән һәр кем үпкәһен компьютер томографында тикшертә алмаясаҡ, табиптан йүнәлтмә алыу өсөн күрһәткестәр ҡәтғиләнде.
Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре белдерә.
Хәҙер, ведомствоның методик тәҡдимдәренә ярашлы, табип пациентҡа айырым күрһәткестәр булғанда ғына, атап әйткәндә, бер нисә көн буйына юғары температура һаҡланғанда, биҙгәк күҙәтелгәндә, тәғәйенләнгән дарыуҙар ярҙам итмәгәндә генә компьютер томографында тикшереү үтергә йүнәлтмә бирәсәк.
Шулай уҡ сатурация кимәле (ҡандың кислород менән туйыныуы) норманан кәм булғанда компьютер томографияһын үтеү мөмкинлеге бар. Хроник сирлеләргә лә йүнәлтмә биреүҙәре ихтимал. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова халыҡты хәүефләнмәҫкә саҡыра, компьютер томографияһы урынына күкрәк ситлеге рентгенографияһы үтеүҙе тәҡдим итә. Уның әйтеүенсә, үпкә туҡымаһы 25 процентҡа тиклем зарарланған осраҡтарҙа дауалау ысулы ғәмәлдә үҙгәрмәй.
Компьютер томографияһы контроле һауығып сыҡҡан бөтә пациенттарға ла яһалмаясаҡ, бары үпкәһе ныҡ зарарланған һәм дауаханала яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған ауырыуҙар ғына үтәсәк. Рентген-контроль, компьютер томографы үтеү йәки күкрәк ситлеге һүрәтен алыу пациенттың йәшәү урыны буйынса тәғәйенләнә.
Фото:NewsBash.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Kompyuter-tomografiya-in-tel-g-n--r-kem-t-almayasa-507951/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?