Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 23:39

"Беҙ нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша сираттағы тапҡыр иҡтисад үҫешенә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был тармаҡ пандемия ваҡытында ла эшләргә тейеш. Сәнәғәтте үҫтереү өсөн республикала һөҙөмтәле механизмдар булдырылды: “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе, биш технопарк, ун индустрия паркы (уларҙа әленән 112 резидент эшләй, 4200 яңы хеҙмәт урыны асылған).
“Шуныһы билдәле, иҡтисад беҙгә ыңғай яуап бирә. ОПЕК+ килешеүенең һөҙөмтәһе нигеҙендә республикала нефть табыуҙың кәмеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы насар түгел. Йыл башынан алып ул 96,5 процент тәшкил иткән. Был беҙ планлаштырғандан түбәнерәк, тик әлеге иҡтисади шарттарҙа ярайһы. Йылды 100,1 проценты менән ябырға тигән бурыс ҡуйҙым, әлегә тотороҡло булмаған тармаҡтарға ярҙам итергә кәрәк. Үҫеш нөктәләренең береһе – эшкәртеү производстволары, сеймал базаһы. Беҙгә предприятиелар араһында горизонталь бәйләнештәрҙе көйләргә, үҙебеҙҙең Башҡортостан тауарҙарын ҡулланырға кәрәк. Тик уның сифаты ла бик юғары булырға тейеш. Яңы ғына беҙҙең предприятиелар бөтә Рәсәй буйлап “йүгереп” тауарҙарын һатырға тырыша ине. Был дөрөҫ түгел. Ошо йәһәттән ҙур ойоштороу эше көтә, сәнәғәт патриотизмы һәм предприятиелар өсөн дәүләт протекцияһы кәрәк”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, төбәк иҡтисадында проблемалар күп, тик иң мөһиме – уларҙы нисек хәл итергә беләбеҙ. Радий Фәрит улы республика предприятиелары етәкселәренә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.
“Капитандар кеүек үҙ предприятиеларын алға алып барған компаниялар директорҙарына рәхмәтлемен. Тулҡындар бәрһә, улар ҡыйшайып та китә, тик батмай. Бергә барыһын да еңербеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в