Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 20:12

Иртәгә уның тыуған көнө булыр ине...

Ниндәй ҡурҡыныс йыл һуң әле был?! Ҡәһәрле сир арҡаһында яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматова вафат булды.

Ниндәй ҡурҡыныс йыл һуң әле был?! Ҡәһәрле сир арҡаһында яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматова вафат булды. Тамашасылар уны үҙенсәлекле моңо, халыҡсан ижады өсөн үҙ итте.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1949 йылдың 21 октябрендә Баймаҡ районының Бәхтегәрәй (Әпек) ауылында тыуған. Тәүҙә өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Шунан ситтә эшләгән әсәһе уны үҙ янына – Мерәҫ ауылына ала.
Ауылдарында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Таулыҡай ауылында уҡый. Алтынсы кластан алып Сибай мәктәп-интернатында белем ала. Үҫмер сағында колхозда һыйыр һауа, бесән саба, ат тырмаһы менән тырмата ла. Эшкә лә шәп була, шулай уҡ нәҫелдән килгән йырлау һәләте булған Бибисара концерттарҙа ла теләп ҡатнаша.
Ә Бибисара Мостафа ҡыҙының хеҙмәт юлы бик үҙенсәлекле була. 1967 йылдан 1998 йылға тиклем Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында эшләй: тәүҙә — секретарь-машинистка, 1967 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары, 1970 йылдан — профком рәйесе, 1971 йылдан — партия ойошмаһы секретары, 1980 йылдан — директор. Ситтән тороп Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй аҙыҡ-түлек институтын тамамлай (1983).
1998 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы «Башаҡ» ЯАЙ директоры, ә 1999 йылдан — «Нур» рестораны директоры.
2002 йылдан Өфө ҡалаһында – Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары, ә 2007 йылдан Башҡорт хореография колледжында китапхана етәксеһе булып эшләй.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы Бибисара Азаматованың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Бәхил бул, йырсы!
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в