Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 12:23
Эске йүнлегә килтермәй...
Ошо көндәрҙә баш ҡалала үҫмерҙәргә бәйле тағы бер аяныслы ваҡиға теркәлгән.
14 октябрҙә, иртән Республика балалар дауаханаһына 16 йәшлек ҡыҙҙы ауыр хәлдә килтергәндәр. Табиптар ҡыҙҙа бейеклектән йығылып төшкәндәгенә хас тән йәрәхәттәрен теркәгән.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, бәлиғ булмаған ҡыҙ Өфөнөң Революция урамында йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡыҙҙар кәйеф-сафа ҡорған, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡан.
Һөҙөмтәлә, иҫергән үҫмер тәҙрәнән ҡолап төшкән...
Ярай әле, ҡыҙ иҫән ҡалған. Әммә ул төрлө тән йәрәхәттәре алған, әлегә дауаханала, хәле билдәһеҙ.
Ҡыҙҙың Черниковка биҫтәһендә йәшәгәне мәғлүм.
Ул имен-һау йүнәлеп сығыр һәм ҡылығы хаҡында уйланыр, тип өмөтләнәйек.
Фото: kubnews.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Eske-y-nleg-kilterm-y-504043/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин