Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 14:34

Дүрт йылға һөргөнгә...

Пассажир ҡатындың – өс, водитель ҡатындың ике балаһы етем ҡалды.

Дүртөйлө район суды былтыр декабрҙә булған юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.
Яңы йыл алдынан Өфө – Мәскәү юлында Саҡмағош районы кешеһе "Шевроле Лачетти" еңел автомобилендә Дүртөйлөгә етеп килгәндә, рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырып, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға һәм "ун өсөнсө" "Лада" машинаһын бәрҙерә. Һәләкәттә тағы "КамАЗ" һәм "Kia Rio" автомобилдәре лә ҡатнаша.
Зыян күргән транспортта ике ҡатын һәм уларҙың бәлиғ булмаған өс балаһы китеп барған була. Һөҙөмтәлә фажиғәлә ике өлкән кеше һәм бер бала һәләк булды. Ике бала төрлө тән йәрәхәттәре алды. Пассажир ҡатындың – өс, водитель ҡатындың ике балаһы етем ҡалды.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныны. Суд уны ике йылға транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеп, дүрт йылға колония-һөргөнгә ебәрергә ҡарар итте.
Республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүселәр һаны кәмемәй. Һәләкәттәр сәбәбе тип башлыса эскән килеш рулгә ултырыуҙы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙы, уларҙы тупаҫ боҙоуҙы атарға мөмкин. Ә әлеге миҙгелдәге юл һәм һауа торошона ҡарағанда, сәфәрҙә икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк.
Фото: БР ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте, социаль селтәр.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/D-rt-yil-a--rg-ng-505588/
Читайте нас: