Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 14:44

14 йәшлек тип тормаған

Ҡатын һөйгәнен ҡунаҡҡа алып барған...

Ҡот осҡос ваҡиға Сибай ҡалаһында теркәлгән. "Өфө-КП" матбуғат баҫмаһы белдереүенсә, Сибай ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау бүлеге тарафынан урында йәшәүсе 37 йәшлек ир ҡулға алынған. Ул 14 йәшлек ҡыҙ баланы көсләгән. Был хаҡта уның менән бергә йәшәгән 41 йәшлек ҡатын белдергән.
Был ҡот осҡос хәл ҡатындың апайында ҡунаҡта булған ваҡытта ҡылынған. Енәйәтсегә ҡарата эш асылған, ваҡиға урынынан телефон һәм зыян күреүсенең кейемдәре алынған.
Һуңғы ваҡытта ошоноң кеүек күңелһеҙ ваҡиғаларҙың артыуы күҙәтелә. Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тип йырҙарҙа йырланғанса, ысынлап та ҡыҙҙарыбыҙҙы яҡлайыҡ, уларҙың әле башланып та өлгөрмәгән ғүмерҙәрен бысраҡҡа тапатмайыҡ, уларға ҡарата миһырбанлыраҡ булайыҡ. Улар бит әле ҡурсалауға һәм ата-әсә наҙына мохтаж.
Фото:sarinform.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/14-y-shlek-tip-torma-an-504379/
Читайте нас: