Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 05:18

Яҡташыбыҙ хаҡында ни мәғлүм?

Социаль селтәрҙә ҡалдырған бер яҙмала Элвин Грей үҙе хаҡында бығаса билдәле булмаған мәғлүмәтте еткергән...

Республикала һәм башҡа төбәктәрҙә Элвин Грей псевдонимы аҫтында билдәле булған йырсы, популяр яҡташыбыҙ Радик Юлъяҡшин ижадына табыныусыларҙы сираттағы хәбәре менән хайран ҡалдырған. Социаль селтәрҙә ҡалдырған бер яҙмала ул үҙе хаҡында бығаса билдәле булмаған мәғлүмәтте еткергән. “Минең турала ғәҙәти булмаған бер факт бар: ул да булһа мин бер тапҡыр ҙа бер сериалды ла аҙағына тиклем ҡарағаным юҡ”, – тип яҙған Юлъяҡшин. Әлбиттә, был пост йырсының үҙенә иғтибар йәлеп итеү йәһәтенән сираттағы аҙымылыр, сөнки концерт-шоуҙар туҡтап торған пандемия осоронда артистар тормошона ҡыҙыҡһыныу ҡырҡа кәмегәне мәғлүм. Элвиндың тамашасылары бик әүҙем һәм улар пандемия үтеп, уның тамашаһына барыр осорҙо көтә. Социаль селтәрҙә лә улар йырсыға ихлас кәңәштәрен биргән, теләктәшлек белдергән. Фото: elvin-grey.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Ya-tashibi-ha-inda-ni-m-l-m-503192/
Читайте нас: