Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 18:15

Самиҡова Флүрә Ғәлиулла ҡыҙына

Олокүл ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡаты­ным, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Самиҡова Флүрә Ғәлиулла ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлай­быҙ.

Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауы­рыу-һыҙланыу­ҙар­һыҙ оҙон ғүмер, күңел ты­ныс­лығы, аҡ бәхеттәр, яҡын­дарыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай бал­ҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде те­ләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рифҡәт, ҡыҙың Ләйсән, улың Айҙар, кейәүең Альберт, киленең Галина һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: