Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 18:27

Изге күңелдән – изге эш

Китапхананың төп байлығы китаптар булһа, иң ҡәҙерлеһе – уларҙы уҡырға яратыусы дуҫта-рыбыҙ. Ә инде уҡыусыларыбыҙҙың китапхана фондын тулыландырыуы икеләтә ҡыуаныслы.

Был юлы районыбыҙҙың аб­руйлы кешеһе, әүҙем уҡыусыбыҙ Абдулхай Лотфулла улы Мөхә­мәт­йәнов беҙгә “Ҡырмыҫҡалы районы эшсәндәре - Социалистик хеҙмәт геройҙары һәм Ленин ордены кавалерҙары”, “Ҡырмыҫҡалы райо­нының Маҡтаулы граж­дандары” һәм “1941-1945 йалдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы” тип аталған китаптарын бүләк итте.
Китапханасылар коллективы бүләк ителгән баҫмаларға бик шат һәм Абдулхай Лотфулла улына ҙур рәхмәт белдерә.
Хөрмәтле район халҡы! Һеҙҙең һәр берегеҙҙең өйөндә матур-матур китап­тарығыҙ барҙыр, әгәр уҡып сыҡҡандан һуң уларҙы китапханаға бүләк итергә теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ. Был китаптар башҡаларға ла файҙа килтерһен. Улар ҡулдан-ҡул­ға йөрөтөп уҡылһа, үҙе бер изгелек. Китапхана ишектәре һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Алһыу Насирова,район үҙәк китапханаһының баш китапхансыһы.
Читайте нас: