Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 05:16

Ике айы ла тулмаған сабый менән ни булған?

Яҡты донъяларға килгән һәр бала имен-һау үҫһен ине лә бит...

Бөрө ҡалаһында бер ғаиләлә аяныслы хәл булған – ике айы ла тулмаған сабыйҙарын үле килеш тапҡандар улар. Үҙ сығанаҡтарына таянып, КП-Өфө хәбәр итә был хаҡта. Ғаилә олаталарында ҡунаҡта саҡта була был фажиғәле хәл. Тышҡы яҡтан ҡарағанда сабыйҙың бер ере лә йәрәхәтләнмәгән. Алдан күҙаллауҙарынса, малай төндә тонсоғоп үлгәндер, тиҙәр. Аныҡ ҡына сәбәбен асыҡлау өсөн, балаҡайҙың кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡсылары бала эскән һөт ҡатнашмаһын да тикшереү өсөн алған. Ата-әсә өсөн сабыйын юғалтыуҙан да оло ҡайғы юҡ, был ауыр минуттарҙа сабырлыҡ теләйбеҙ уларға. Яҡты донъяларға килгән һәр бала имен-һау үҫһен ине лә бит... Фото интернеттан. Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ike-ayi-la-tulma-an-sabiy-men-n-ni-bul-an-503374/
Читайте нас: