Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 18:17

Хәсәнова Нурия Тойли ҡыҙына

2387 Мырҙа ауылында йәшәүсе хөрмәтле күршебеҙ, әхирә­тебеҙ Хәсәнова Нурия Тойли ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юби­лейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Киләсәк тормошоң да из­гелеккә, бәхеткә төрөнөп, имен­лектә-һаулыҡта, шат­лыҡ­­та ғына уҙһын. Яҡын­дары­ғыҙҙың бәхетле яҙмышына ша­һит булып, изгелектәрен кү­реп, ғаиләгеҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ йылдар һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын.
Күркәм ғүмер байрамың һине бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, көр кәйеф һәм күңел күтәренкелеге бүләк итһен.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Күңелеңә йыйған якшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән әхирәттәрең Зиләләр.
Читайте нас: