Кисә республиканың Белорет районында тәүге ҡар яуыуы тураһында мәғлүм булды. Был хаҡта туристар социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Улар Ирәмәл тауы һәм Яланғас тау бите һыртында яуым-төшөм булыуы хаҡында яҙа. Тәбиғәттең үҙ ҡанундары шул: кисә беҙ республикала был аҙнаның икенсе яртыһында тәүге ҡар яуыуы ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйнек. Таулы Белорет ерендә беренсе ҡар яуып та өлгөргән. Фото: tvzvezda.ru Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/common_material/Bash-ortostanda-ar-yau-i-503628/