Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 20:30

Ялан уртаһында - кеше аяғы...

Ошо көндәрҙә Салауат районындағы яланда кеше аяғына юлыҡҡандар. Ҡурҡыныс табышҡа Урыҫ Илсекәйе ауылы кешеһе Малаяҙ - Мөрсәлим юлында тап була. Тәүҙә үҙ күҙҙәренә ышанмай, шунан иптәшен саҡыра, артабан инде полицияға хәбәр итәләр. Тиҙ арала хәл-ваҡиға урынына тикшереүселәр һәм криминалистар килеп етә.

Бәхеткә, был бер ниндәй ҙә маньяк-үлтереүсенең эше түгел: ул аяҡ ысынлап та кешенеке, тик ампутацияланған булып сыға. Уның хужаһы Силәбе өлкәһенеке, ауырығандан һуң уның аяғын ҡырҡалар. Үҙенең бер өлөшөн тыуған ерендә һаҡлар өсөн ҡырҡылған аяҡты табиптарҙан һорап ала. Тик атаһын дауахананан ҡаршы алған улы бер ҙә машинаһында бындай "экспонатты" алып ҡайтҡыһы килмәй. Шулай итеп, ул машинаһын туҡтатып, аяҡты юл ситендәге яланда күмеп ҡуя. Күп тә үтмәй, эттәр уны һөйрәп сығара һәм кешеләрҙең ҡотон алырлыҡ табышҡа әйләнә.

- Кеше аяғы табылыу факты буйынса тәүтикшереү үткәрелә. Уның табылған урын-ере ныҡлы тикшерелә, фараздың дөрөҫлөгөнә инаныр өсөн ДНК-ны өйрәнеү буйынса суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, башҡа сәбәп-шарттар өйрәнелә, - тигәндәр Башҡортостан Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: anyb.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
  • Читайте нас в