Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 20:13

Яҡташыбыҙға ни булған?

Тула яғынан күңелһеҙ хәбәр килде. Бында ҡапыл 33 йәшлек яҡташыбыҙ

һәләк булған. Яҡындары әле һаман уға нимә булғанын белмәй.
Бәхетһеҙ осраҡ 13 октябрь төнөндә булған. Станислав Дәүләкән районы кешеһе. Уның элекке ҡатыны Елена белдереүенсә, ир Тула ҡалаһында эшләп йөрөгән. Өйҙә уны ете йәшлек ҡыҙы көткәне лә билдәле. Былтыр Станислав әсәһен ерләгән, уның атаһы ғына ҡалған. Әлеге ваҡытта атай кеше улының кәүҙәһен алып ҡайтырға тип киткән.
Яҡындары Станислав тураһында тик ыңғай фекерҙә. Ул изге күңелле, тәртипле һәм ярҙамсыл кеше ине, тиҙәр.
“Һин минең балалыҡ дуҫым инең. Дөрөҫ кеше булдың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хоҙай яҡшы кешеләрҙе иртә ала шул”, – тип яҙған бер дуҫы.
Ирҙе ерләү өсөн аҡса талап ителә, яңғыҙ атаһы өсөн сумма бик ҙур. Уларҙың ғаиләһе битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай.
Фото: "КП-Уфа".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: