Даирә
+23 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
18 Октября 2020, 15:00
Ундай ҡатындарҙы үлтерергә әҙермен...
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов Камал исемендәге театрҙың “Эле...” проектында үҙенә ниндәй ҡатындар оҡшамауы тураһында һөйләгән. Оҡшамай ғына түгел, ул уларҙы хатта үлтерергә әҙер икән.
Шулай итеп, яратҡан артисыбыҙ тәү сиратта һүгенгән ҡатын-ҡыҙҙы үҙ итмәй.
– Һүгенгән, насар итеп әрләшкән гүзәл зат иң нығы оҡшамай. Минең ундай ханымдарҙы үлтергем килә. Тағы иҫеректәрҙе яратмайым. Йүнләп машина йөрөтә белмәгәндәрен дә күрә алмайым. Ҡалғандарын - яратам, – тигән йырсы.
Әйткәндәй, Салауат Фәтхетдинов үҙенең ҡайһы берҙә әрләшеүе һәм һүгенеүе тураһында ла әйткән. “Тик миндә кире яҡтарыма ҡарағанда, ыңғайҙары күберәк. Мәҫәлән, мин тартмайым һәм бының нимә икәнлеген дә белмәйем”, – тигән ул.
Ә һеҙ, ниндәй ҡатын-ҡыҙҙы яратмайһығыҙ?
Фото: Инстаграм.
Читайте нас
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!