Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 20:20

Өмөттәре генә һүнмәһен!

Өфөнән тыумыштан аяғы зәғиф малайҙың (бер аяғы артҡа ҡарап тора) артабанғы яҙмышы тураһында билдәле булды.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: уны йәйҙең эҫе көндәренең береһендә Өфө урамдарында аяғына резина итек кейеп, сатанлап йөрөүенә иғтибар итеп, видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалғайнылар. Ошонан аҙаҡ малайҙың - Дима Кошелевтың - тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уға һәм ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр табылды.

Ирекмәндәр бала үҫкән ғаилә тураһында белешеп, уларҙың етешһеҙ, насар шарттарҙа йәшәүе тураһында саң ҡаҡты. Был хәлде ишетеп, мәрхәмәтле бер эшҡыуар ғаиләгә ярҙам итергә ашыға: уларҙың фатирына ремонт яһауға тотона, әлеге мәлдә эш аҙағына еткән тиһәң дә була.

Димаға килгәндә, уға бер нисә ҡатмарлы операция талап ителә. Ике аяғын да төҙәйтергә кәрәк тигән табиптар. 6 октябрҙә Ҡурғандағы Илизаров ортопедик үҙәгенә планлы операцияға барырға тейеш булғандар, әммә илдәге ҡатмарлы эпедимиологик хәл әлегә уларҙың юлын тотҡарлаған.

Ҡатмарлы операция бер нисә этаптан тороп, бер нисә айға һуҙылыуы мөмкин, ә малайға икенсе йыл уҡырға барырға. Шул ваҡытҡа тиклем улының ныҡлы итеп аяғында йөрөрөнә өмөт итә әсә кеше. Күҙгә ныҡ бәрелеп торған зәғифлеге арҡаһында ла, кәмһетеүҙәренән ҡурҡып, балалар баҡсаһына бирмәнек, ти ул.

Барыһы ла яҡшы булыр, тиҙҙән Дима ла башҡа балалар кеүек төҙ аяҡтарында йүгерер, ерҙә тигеҙ, ышаныслы баҫып йөрөр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фото: bash.news
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: