Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 13:26

Ярҙам ваҡытында күрһәтелергә тейеш

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең эре дауалау учреждениелары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе, унда һүҙ

яңы коронавирус инфекцияһына дусар пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында барҙы.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ағымдағы хәл менән таныштырҙы һәм эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙе.
– Беҙ Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә учреждениеларҙың клиник ординаторҙарға ихтыяжын һәм өлкән курстарҙа уҡыған студенттарҙы ҙур тораҡ пункттарҙа эшкә йәлеп итеү мөмкинлеген тикшерҙек. Медицина ойошмаларының ғаризалары буйынса амбулатор звенола һәм инфекция госпиталдәрендә эшләйәсәк табип-стажерҙар бригадаларын булдырасаҡбыҙ, – тине министр.
Унан тыш, республика ҡаҙнаһынан коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, экспресс-тестар һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттары һатып алыу өсөн өҫтәмә аҡсалар бүленгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында инфекция стационары йәйелдерергә һәм баш ҡаланың 10-сы дауаханаһында резерв булдырырға ҡушты. Шулай уҡ, барлыҡ санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ, тине.
– Төп бурыс – коронавируслы пациенттарҙың арта барған ағымына ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү. Шул уҡ ваҡытта башҡа сирҙәрҙе дауалау йәһәтенән дә ярҙам күрһәтелергә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе, шулай уҡ, дәүләт власы органдары паркынан табиптарҙы өйгә һәм эшкә йөрөтөр өсөн 100 хеҙмәт автомобиле бүлергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: