Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 18:30

Өйҙә зыянлы әйберҙәр етерлек

Эксперттар әйтеүенсә, көнкүрештәге әйберҙәрҙең дә сәләмәтлек өсөн зарарлы булыуы ихтимал. Тәүге урында дезодоранттар тора.

Уларҙың составына парабендар инә. Был берләшмәләрҙең хәүефе тулы­һынса иҫбатланмаһа ла, ҡайһы бер тикшеренеүҙәр уларҙың организмда тупланыу һәләтен раҫлай.

Татуировкалар һәм сәс буяу­ҙары ла хәүефле булыуы мөмкин. Татуировка яһатҡан кешеләрҙә йыш ҡына меланома күҙәтелә, буяуҙарҙа кобальт һәм алюмин булыуы тирелә яман шеште ҡуҙ­ғытыуы ихтимал.

Тырнаҡ буяу өсөн ҡулланылған лактар ҙа хәүефле, ти белгестәр. Уларҙың составында ағыулы толуол, формальдегид, дибутилофталат бар.

Пластик һәм тефлон менән ҡапланған һауыт-һаба ла һаулыҡ өсөн зарарлы, тип иҫкәртә табиптар. Пластик һауытты йылытҡанда ағыулы матдәләр бүленеп сыға. Төҙөлөштә ҡулланылған мате­риал­­­дарҙа сәләмәтлек өсөн зыянлы радон һәм асбест бар

Фото: otnogi.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: