Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 18:00

Вәлиевтарҙың ғаиләһенә өй төҙөшөргә бар район ярҙам итә

Архангель районының Сухополь ауылында йәшәүсе Гөлзифа һәм Айрат Вәлиевтарҙың ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Август айында төҙөк булмаған электр сымынан уларҙың йорто янған.

Ил барҙа сәпсек үлмәҫ. Был мәҡәл Вәлиевтарҙың хәленә тап килде - уларға ярҙамға бар район ашыҡты.
Тәүҙә М.Шайморатов исемендәге ирекле мобиль отряд эшҡыуарҙар менән һөйләшеп, төҙөлөш өсөн бурсанан өй бураһы алды. Аҙаҡ ярҙамға ауылдаштар, күрше райондарҙар битараф түгелдәр ҡушылды. Әлеге ваҡытта нигеҙ әҙер, бураны ҡоралар.
Бынан тыш, ошо кондәрҙә Вәлиевтарға "Изге эштәр" хәйриә фонды һатып алған өс бүлмәле фатир бирелде. Ғаиләгә эшҡыуарҙар һәм депутаттар ҙа финанс ярҙамы күрһәтте.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас: