Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 14:19

“Тормоштоң тәмен тоя башланым...”

Кеше үҙендә насар сир барлығын белгәндә, уның өсөн яҡты көн бөтә, әле генә йәмле тойолған донъяның аҫты-өҫкә килә. Бынан бер нисә йыл элек әхирәтем Гөлгөнәнең кисергәндәрен һөйләмәксемен, бәлки, кемгәлер һабаҡ булыр.

“Миңә ул көндө бик күңелһеҙ хәбәр әйттеләр, ундай диагнозды ишетеү менән тормоштан төңө­ләһең, бөтә донъя ҡара төҫтә генә күренә башлай, – тип эс серен уртаҡлашты Гөлгөнә. – Элек ошондай яман хәбәрҙе ишеттер­һәләр, үҙемде нисек тотор инем, тип уйланғаным, фантазияға бирелгәнем бар ине. Моғайын, тормоштоң ғәҙелһеҙ­ле­генә дәғүә белдерер, илар, үҙемде йәлләтер инем. Дуҫ-иштәрем, туғандарым менән хушлашырға ашыҡҡан булыр инем. Уйҙар, уйҙар...

Беләһегеҙме, ысынбарлыҡта барыһы ла башҡаса булды. Ул көндө табип миңә анализдарҙы күрһәтеп, диагнозды уҡып ишеттерҙе. Мин бер ни ҙә өндәшмәй, ҡағыҙҙарҙы сумкаға һалдым, дауалау буйынса кәңәш алдым, процедураларға яҙыл­дым һәм... бер ни ҙә булмаған кеүек, ғәҙәттәге эштәргә тотондом. Бөтәһе лә элеккесә кеүек, дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа, ҡояш та ғәҙәттәгесә яҡтырта, тик мин бер ниндәй тойғо ла кисермәйем, асыу ҙа, шатлыҡ та, үкенеү ҙә юҡ.

Тойғолар миңә һуңлап килде. Үҙемдең һауыҡҡанымды бел­гәс... Дауа килеште. Бер туҡтау­һыҙ иланым да иланым, күҙ йәше аҡты ла аҡты. Күңел бушап, таҙарынып ҡалды. Йәшәү йәмен тоя башланым, башымда пландар, уйҙар тыуҙы... Ҡысҡырып йырлағым, рәхәтләнеп бейегем килде. Шуны аңланым: диагнозды ишеткәндә бөтә кире хис-тойғоно аң баҫҡан булған, мин ул саҡта йәшәмәгәнмен, бары тереклек иткәнмен. Хәҙер килеп, яҡшы хәбәр тойғоларымды уятты. Үлемдең нимә икәнен белдем – ул хис-тойғоһоҙ тереклек итеү икән”.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото Т.Роза
Читайте нас: