Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 12:46

Республикала коронавирус менән иң йыш сирләүсе районды асыҡлағандар

Башҡортостанда коронавирус менән иң йыш сирләүсе район асыҡланған.

Был хаҡта Роспотребнадзор идаралығының етәксеһе урынбаҫары хәбәр итте.
Башҡортостанда коронавирус менән иң йыш сирләүсе район асыҡланған. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцовтың һүҙҙәренә яраҡлы, Тәтешле районында тажлы сир менән ауырыу осраҡтары республика буйынса уртаса күрһәткестән 2,5 тапҡырға юғарыраҡ.
Район башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың аңлатыуынса, был хәл райондың республика сигендә булыуына һәм вахта менән эшләүселәрҙең ҡайтыуына бәйле.
Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса район экспресс-анализдар менән тәьмин ителәсәк.
Фото: pixabay.com
Яңылыҡ авторы: Мәликә Әхтәмова
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: