Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе.
Ул Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында Хөкүмәттең ошо препараттар исемлеген киңәйтеүе тураһында ҡарар сығарыуын әйтте. Оҙаҡламай был дарыуҙарға хаҡтар билдәләнәсәк. Йәшәү өсөн мөһим һәм кәрәкле (ЖНВЛП) препараттар исемлегенә индерелеү ауырыуҙар өсөн бик әһәмиәтле, хаҡтар көйләнәсәк, уларҙы һатып алыу һәр кемдең ҡулынан килерлек буласаҡ.
Тәү сиратта һүҙ “Фавипиравир” тураһында бара, уның һуңғы сиктәге хаҡы Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән килешелгәндән һуң теркәләсәк. Михаил Мурашконың әйтеүенсә, был бөтә категория халҡын да тәьмин итергә һәм терапияға сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк.