Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 11:59

Ни өсөн Мазовтарҙың балалары оҙаҡ табылмаған?

Тәфтишсе был яңғырауыҡлы эш тураһында яңы мәғлүмәттәр һөйләгән.

Бар республиканы шаулатҡан Мазовтар ғаиләһе тарихына ошо көндәрҙә бер йыл тула. Былтыр 26 октябрҙә Артем Мазов ике балаһын – дүрт һәм алты йәшлек малайҙарын алып сығып китеп ғәйеп булды. Быны ул ҡатыны менән талашҡандан һуң эшләгәйне. Шуға күрә белгестәр шунда уҡ насар хәл тураһында уйланы: ир ҡатынға үс итеп балаларын батырып үлтереүе ихтимал тигән фараз иң өҫтөнлөклөһө булып сыҡты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юрауҙар юш килде. Бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң, быйыл июндә малайҙар һыу аҫтынан килеп сыҡты. Ошо көндәрҙә “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрсеһе республика буйынса Тәфтиш комитетының криминалистика бүлеге етәксеһе урынбаҫары Степан Кривцов менән аралашҡан. Тәфтишсе ни өсөн Мазовтарҙың балаларын оҙайлы ваҡыт таба алмауын аңлатҡан.
– Балаларҙың береһе йөҙөп сыҡҡан, икенсеһе һыу аҫтындағы ботаҡтарға эләккән, шуға уны оҙаҡ таба алманылар. Яҙын һыу ташып, йәйгә кәмегәс кенә балалар табылды. Уларҙың табылыуы беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы дәлилләне. Беҙ уларҙы ҡайҙа эҙләнек, шунда таптыҡ. Ни өсөн оҙаҡмы – сөнки һауа шарттары һәм йылғаның бик ҙур булыуы һәм ағымдың тиҙлеге әһәмиәтле булды. Беҙ хатта тәфтиш эксперименттары ла үткәреп ҡараныҡ, йылға уларҙы күпмегә алып китә алыуын тикшерҙек, – тигән Кривцов.
Ҡайһы бер кешеләр балалар табылғас, ирҙе эҙләү туҡтатылды тип уйлай. Тик был дөрөҫ түгел. Хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, енәйәт халыҡ араһында бик ҙур шау-шыу тыуҙырҙы, шуға күрә ыңғай һөҙөмтә булғансы, эш туҡтамаясаҡ.
– Тик алға ғына барасаҡбыҙ. Теләһә ниндәй, хатта иҫке эштәр ҙә яңынан күтәрелә һәм яңынан тикшерелә. Ә был осраҡта эш туҡталманы ла, ул артабан дауам итәсәк, – тине тәфтишсе.
Әлеге ваҡытта Артем Мазовты эҙләү дауам итә. Тәфтишселәр уны ике йүнәлештә эҙләй: үле килеш һәм әгәр тере булһа тип.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзиите сайтынан алынды
Читайте нас: