Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 16:40

"Кеше ире һинеке булмай”

–Мин китәм, ҡатыным, балалар янына ҡайтам. - Иренең шулай тип әйтеүе һеңгәҙәтә һуҡты Алинаны. - Артабан бер нисек тә бында ҡала алмайым. Аяғым улар янына тартып тик тора. Нимә генә тимә, 20 йыл йәшәгәнбеҙ. Ҡыҙым, улым бар. Мин уларһыҙ йәшәй алмауымды аңланым.

– Ә беҙ!? - тине Алина. - Ә беҙ!? Мин ҡатының түгелме лә, ошо бала һинеке түгелме? Мин уны елдән тапҡанмынмы?! Тимәк, һин беҙҙе алдап ҡына йөрөгәнһең. Тимәк, беҙ һиңә бөтөнләй ят!

– Улай тип әйтмәйем дә. Шулай ҙа мин уларға өйрәнгәнмен, уларһыҙ йәшәй алмайым. Ҡатыным да, балаларым да көн дә төшөмә кереп ыҙалата. Улыма 15 кенә йәш. Уға атай кәрәк!

– Ә был улыңа атай кәрәкмәйме?

– Ярҙам итеп торормон! Ярай, хуш... Мин киттем.

– Бар кит, суҡынып кит! - Алинаның асырғанып әйткән һүҙҙәре асыҡ ишек аша әллә ҡайҙарға яңғыраны.

Ишек шарт ябылды. Алина улын ҡосаҡлаған килеш үкһеп илап ҡалды. Үҙе уйлағанса, матур ғына башланған тормошо селпәрәмә килде. «Иҫәр, әсәйемдең һүҙен тыңламай ғына харап булдым. Һиңә шул кәрәк!» - тип үҙен әрләй-әрләй шыңшыны йәш ҡатын.

Алина Ғәзиз менән танышҡан, дуҫлашып йөрөгән көндәрен иҫенә төшөрҙө. Әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхетле ине ул саҡта. Ул мәлдә, гүйә, ерҙән түгел, ә күктә осоп йөрөнө. Көтмәгәндә осратҡан һөйгәненең үҙенән теүәл 20 йәшкә өлкән булыуына ла, улы, ҡыҙы үҫеүенә лә аптыраманы. Бер ойошмала яуаплы вазифа биләй, аҡсаһы күп, йөрөгән машинаһы ғына бер нисә миллион һум тора. Ә буй-һыны һуң! Һомғол, күпереп торған торған сәсле, һәр ваҡыт бөхтә һәм затлы кейенеп йөрөгән бай ир күп ҡыҙҙарҙың хыялы ине. Шулай ҙа был бәхет уның кеүек һирәктәргә генә тәтейҙер ул. Кеше кеймәгәнде кейеп, кеше ашамағанды ашап йәшәйәсәкһең. Сит илдәрҙән, диңгеҙ буйҙарынан ҡайтып кермәҫтәр. Ә уға дуҫлыҡ тәҡдим итеп маташҡан егеттең нимәһе бар! Уның менән ғүмер итһәң, ғүмер буйы кеше фатирында йәшәрһең.

Ҡыҙының үҙенән шаҡтай өлкән кеше менән сыуалғанын белгәс, әсәһе быны һис тә өнәмәне.

– Эй, балаҡайым, - тине ул, ауыл көрһөнөп. - Бынау тиклем буй-һыныңа егеттәр бөткәнме! Етмәһә, ике балаһы бар. Атайҙарын тартып алғанға ул сабыйҙар һиңә рәхмәт уҡыр тиһеңме? Кеше ире һинеке булмай ул! Кеше бәхетен урлап, берәүҙен дә бәхетле булғаны юҡ.

– Әсәй, мин унан бала көтәм. Мин дә уны бәхетле итәсәкмен.

– Белмәйем шул, балаҡайым... Бала менән генә кеше ирен тотоп булһа икән ул. Ул бит һиңә мал түгел. Хатта малды ла ят ерҙә бәйләп тотоп булмай. Иҫләйһеңме, бер атайың күрше ауылдан ат һатып алғайны. Беҙҙең ихатаға һис тә өйрәнә алманы, хатта кәртә емереп сығып тыуған ауылына ҡаса торғайны. Аптырағас, хужаһы кире алырға мәжбүр булды.

– Эй, әсәй, тотаһың да әллә нәмәләр һөйләй башлайһың.

– Эй, балам, ныҡлап уйла тиеүем.

Бер көн бер сумаҙанын тотто ла күсеп килде Ғәзиз уның янына. Бик бәхетле булды уның менән Алина. Тиҙҙән Төркиәлә ял итеп тә ҡайттылар. Ә сабыйы донъяға килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. УЗИ малай буласағын әйткәс, тағы ла ҡыуанды. Иренең тәүге ғаиләһенә ҡайтмаясағына ныҡлы ышанды. Бер көн Ғәзиздең телефонында ҡатынының элекке фотоһын күреп, ғәжәп итте. Ундағы ханымды үҙе менән сағыштырып, ”Кит, ошо бисура менән йәшәп ятмаҫ инде...” тип уйланы.

Ысынлап та, ҡырҡты уҙған, ике бала тәрбиәләгән ҡатынды 25 йәшлек ҡыҙ менән сағыштырыу мөмкин түгел ине. Битендә тәүге йыйырсыҡтар барлыҡҡа килгән. Алина көҙгөгә ҡарап, үҙенә күҙ һалды. Ысынлап та, Хоҙай уға матурлыҡты йәлләмәй биргән шул. Ҡыҙ быны бәләкәйҙән һиҙеп үҫте. Хатта мәктәптә үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, тәүге урында яулағайны бер мәл. “Шул тиклем матурлығым менән хәйерсегә сығаһым юҡ инде. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш", - тип уйланы ул.

Ә Ғәзиз тәүге ғаиләһен онота алманы. Улдары тыуыу ҙа уның ҡатынына, балаларына булған һөйөүҙе һүндерә алманы. Күңеленән һәр ваҡыт аш-һыу әҙерләп, керҙәрен йыуып, матур итеп үтекләп ҡуйған ҡатыны менән Алинаны сағыштырҙы. Ә был... Йәш ҡатынға үҙе түгел, ә уның аҡсаһы кәрәклеген тиҙ аңланы ул. Бер көн уға ҡыҙы әсәһенең кинәт ауырып китеп, “Ашығыс ярҙам” саҡырыуын хәбәр итте. Ир шунда уҡ дауаханаға сапты. Ҡатынының йөрәгенә ҡатмарлы операция яһанылар. Ул мәлдә Ғәзиз төнө буйы ҡатыны янында ултырҙы. Уның имен-һау аяҡҡа баҫыуын теләне.

Иренең һаман да элекке ҡатыны янына барып йөрөүен аңларға ла теләмәне Алина.

– Мин һине бөтөнләй аңламайым, - тип дорфа тотто ул үҙен. Уның кире элекке ғаиләһенә ҡайтып китерен күҙ алдына ла килтермәне йәш кәләш. Шуға ла тәкәббер ҡыланды. - Минең йөҙөмдән көлөп йөрөргә форсат бирмәйем. Йә ул, йә мин...

– Нисек инде, Алина! Ул ауыр хәлдә ята, ярҙамға мохтаж. Бөтөнләй сит кешеләр түгел дә инде, балаларымдың әсәһе. Ошондай мәлдә мин ниндәй намыҫ менән өйҙә ятайым, ә?!

– Белмәйем мин уны. Улай йәлләгәс, минән яҡын күргәс, бар, бар, кит! Йәһәннәмгә олаҡ!

...Бер нисә көндән Ғәзиз, ысынлап та, тәүге ғаиләһенә кире ҡайтты...

"Кеше ире һинеке булмай тип әйттем бит һиңә, - тине, ҡыҙын йыуатып, Алинаның әсәһе. - Тыңларға ла теләмәнең. Уның етем ҡалған балалары, ҡатыны әллә рәхмәт уҡып ултырамы һиңә! Ярай, киткәненә ҡыуан. Исмаһам, балаларының рәнйешенән ҡотолорһоң. Үҙеңә тиң берәйһе осрар әле..."

Фото:Т.Роза
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: