Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 23:08

Күҙһеҙ ҡалырға яҙмаһын

Һуңғы йылдарҙа, олоһоноң да, кесеһенең дә гаджеттар менән файҙаланыуға күсеүе сәбәпле, күҙ сирҙәренең айырыуса артыуы күҙәтелә.

Һуңғы йылдарҙа, олоһоноң да, кесеһенең дә гаджеттар менән файҙаланыуға күсеүе сәбәпле, күҙ сирҙәренең айырыуса артыуы күҙәтелә. Аптырарға түгел: бөтә тормошобоҙ телефонда, планшетта, компьютерҙа хәҙер.
Табиптар әйтеүенсә, кешеләрҙең 20 процент самаһы ғүмер дауамында күреү һәләтен юғалта. Беҙ көн дә күҙҙәрҙең көсөргәнешле эшләүен тоябыҙ, айырыуса компьютерҙа оҙаҡ ултырғанда. Күҙгә көстөң самаһыҙ күп төшөүе һөҙөмтәһендә күреү үткерлеге кәмегәндән-кәмей бара. Яҡындағы әйберҙәрҙе асыҡ күрмәү, уҡығанда күҙҙең арыуы, кистәрен баш ауыртыуы – күҙ сиренең тәүге билдәләре. Күрәғарашлыҡ йәки үтәғарашлыҡтың үҫешенә, шулай уҡ, йәшкә бәйле үҙгәрештәр ҙә булышлыҡ итә. Эҫе ҡояш нурҙары, насар экология, тәмәке тартыу ҙа күҙҙе боҙа. Күреүҙең насарланыуына төрлө сирҙәрҙең (шәкәр диабеты, варикоз) йоғонто яһауы ла ихтимал.

Һәйбәт йәки насар күреүебеҙ туҡланыу сифатына ла бәйле. Аҙыҡ менән бергә күҙҙең сәләмәтлеген һаҡлаусы микроэлементтар, витаминдарҙы ла алырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, С витаминының етешмәүе өлкән йәштә насар күреүгә сәбәпсе. Күҙҙең селтәрле ҡабығының торошо өсөн — А витамины, күҙҙең нервы туҡымаһы өсөн В витамины яуаплы. Тикшеренеүҙәр күҙҙең сәләмәтлегендә лютеиндың айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген раҫлай. Был матдә селтәрле ҡабыҡты үҙгәрештәрҙән һаҡлай.
Күҙҙәге ҡан әйләнеше торошо өсөн РР1 витамины яуаплы. Ул ҡандағы зарарлы холестерин миҡдарын кәметә. Шулай уҡ цинк һәм селен элементтарының да тейешле кимәлдә организмда булырға тейешлеген дә оноторға ярамай.
Рационда бөтә матдәләрҙең кәрәкле кимәлдә булыуын күҙәтеү анһат түгел. Уларға ҡытлыҡты бөтөрөү, файҙалы матдәләрҙе тулыландырыу өсөн хәҙер төрлө препараттар, витаминдар бихисап. Әммә уларҙы күҙ табибы менән кәңәшләшеп һайлау зарур.
Фото: files.vm.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: