Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 11:57

Баймаҡта тағы янғын... Кешеләр ярҙам һорай

Баймаҡ ҡалаһы янында Ишкилде тауында сыҡҡан янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәхеткә күрә, был ут күмәк көс менән тиҙ арала һүндерелде.

Әле ошо сәғәттәрҙә Баймаҡ ҡалаһы янында тағы янғын сығыуы тураһында хәбәр иттеләр. "Көньяҡ ҡасабаһы яғында көслө янғын, баҫыу, урман яна!" тип яҙҙылар "Бәйләнештә" социаль селтәрендә. Етмәһә, был тирәлә шәхси йорттарҙан торған ҙур ҡасаба урынлашҡан. Комментарийҙарҙа билдәләнеүенсә, ут уға ла хәүеф менән янай.
Баймаҡ районында шулай уҡ Бәхтегәрәй ауылы янындағы торфлы һаҙлыҡтарҙа ла янғын осрағы теркәлгән. Социаль селтәрҙәрҙәге, ватсаптағы яҡташтар төркөмдәрендә утты һүндереүгә ирекмәндәр талап ителеүе тураһында иғландар ҡуйыла.
“Баймаҡ янындағы янғынды һүндереү еңелерәк булһа, бында хәл ҡатмарлы. Барһағыҙ, һаҡ булығыҙ: һүндереп йөрөгән ерҙәрҙә 1-3 метрлыҡ ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килә, ә аҫта торф яна”, - тип яҙа янғын һүндереүҙә ҡатнашыусылар.
Урал аръяғы райондарында янғындарға бәйле иғлан ителгән ғәҙәттән тыш режим дауам итә. Көндәрҙең ҡоро тороуы хәүефте тағы ла арттырып ебәрҙе. Баймаҡ төбәгендәге янғындар тиҙ арала туҡтатылыр, ут ҙур ҡазаларға килтермәһен тип теләйек.
Фото: Гүзәл Мурзаеваның "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в