Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 14:43

БАЛАҠАЙҒЫНАМ

- Киленегеҙҙе барып алығыҙ! Күпер төбөндә ята. Иҫерек!Түрҙәге һикелә, мендәргә янтая биреп аяғында бала тирбәткән Сәбилә был һүҙҙәрҙән һиҫкәнеп китте. Мендәре-ние менән йәһәт кенә сабыйҙы һыпырып төшөрөп, ишеккә ыңғайланы. Хәбәр еткергән кем булды һуң? Хәйер, кем булһа ла, ул кешенең йөҙөнә күтәрелеп ҡарай алмаҫ ине. Ояты ни тора!– Ҡәһәрең! Ҡәһәрең! – ҡатын һөйләнә-һуҡрана бәрелеп-һуғылды ла, тыҡрыҡҡа ҡараған тәҙрәһенә ҡапланды. – Ә-ә-ә... күршеһе Заһир икән... Ана, алпан-толпан баҫып үҙҙәренә ыңғайлай. Шул йөрөр юҡ-бар күреп!

– Йә, Раббым! Һуң, ниндәй гонаһым өсөн?! – Ул, төпкө яҡты ҡарашы менән байҡап, көйһөҙләнеп ятҡан балаға екерҙе:
– Ныу бәхетһеҙ икәнеңде белеп шарылдайһыңдыр! Был саҡлы ла илаҡ булмаҫ инең! Наҙайыл! – Үҙе ашыға-ашыға ишек яңағындағы элгестән фуфайкаһын һәрмәп эләктерҙе лә, шәрә балтырҙарын халат итәге менән ҡаплаштырып, тышҡа атылды. – Ғәфүр, балам, теге күпер төбөндә ята, ти бит. Кеше күреп бөткөләгәнсе барып ала һал! – Шул ыңғайы етеҙ генә утынлыҡта һөйәүле торған ағас сананы һөйрәп төшөрҙө. – Мына, ошоға һалып апҡайт! Йәһәтерәк ҡылан, балам!
Улы өндәшмәне. Уртын сәйнәп, тешнәкләнде лә, ситкә ҡарап, сырт итеп төкөрөп алды. Түш кеҫәһенән тәмәкеһен сығарып ҡапҡайны ғына, урамдан үтеп барыусы арт яҡ күршеһе әсе телен бәреп уҙҙы:
– Күрше, теге нәмәң ауыл осонда ята бит. Барып ал. Туңып ҡуймаһын. Бисәһеҙ ҡала күрмә! Иһи-һи-һи...
Ихаталағы тауыштарҙы ишетеп, мал ҡарап йөрөгән еренән Хәмзә ҡарт килеп сыҡты. Нимәлер иҫенә төшкәндәй, ҡулын һелтәне лә, кире инеп китте. Йәнә сыҡты. Ағас санаға сөйҙә элеүле торған септәне ырғытып, урынынан ҡуҙғалырға торған Ғәфүргә өндәште:
– Мә мылтыҡ! Ат шул нәмәңде! Ат, тим! Күҙемә күрһәтәһе булма! Йә үҙем икегеҙҙе бер юлы атам! Йөҙөмдән көлдөгөҙ! Кешенән оят! – Мылтығын тотоп улы яғына ыңғайлаған ҡартты бисәһенең сәрелдәп сәбәләнеүе лә туҡтата алманы. Ҡан көҫәгән хайуандай, күҙе томаланып, ул улының муйынына барып йәбеште:
– Ат тим шуны! Ат! Ҡотолайыҡ!
Шул саҡ донъя бер минутҡа туҡтап ҡалғандай булды. Бығаса тыныс тормош менән йәшәп ятҡан ябай ғына ауыл өҫтөндә бының ише лә яман һүҙҙәр ишетеп, инде алтмышты аша атлаған атай кешенең үҙ улына кеше ғүмерен ҡыйырлыҡ ҡорал тотторғанын күреп, ана ҡылынам, бына ҡылынам тип торған ер йөҙөндәге иң әшәке нәмә – енәйәттең шаһиты булырға тура килһә, Тәңре, үҙендә был саҡлы ла оло гонаһты кисерерлек көс тапмайынса, ошо ихатаны ғына түгел, ә тотош ауылды үҙ ризалығынан яҙҙырып, был төбәкте мәңгелеккә ташлап китер ине, моғайын.
– Ни һөйләйһең, атай?! Бала бар бит! – Ғәфүрҙең һүҙҙәре, әйтерһең дә, барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы. Ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Күптән нуры ҡасҡан донъяларына саҡ ҡына булһа ла ҡот өҫтәргә теләгәндәй, сәңгелдәктә тулап ятҡан малай – кескәй Баязиттың барлығы, әйтерһең дә, әле генә аңына барып еткәндәй, олатай кеше тынып ҡалды. Сәбилә йортҡа ташланды. Был ваҡытта Ғәфүр, артынан пар сана юлы һыҙып, ҡапҡанан сығып юғалғайны инде.
Ярымшәрә көйөнсә ҡар өҫтөндә аунап ятҡан ҡатынын ауыл осондағы күпер төбөнән барып тапты ул. Ир уның туҙған сәстәрен арлы-бирле йыйыштырып яулығы аҫтына тыҡты ла, һөйрәп алып санаһына һалды. Өҫтөнә алып килгән септәне япты. Урамда осрағандар, яурындарын һәлендереп, алға табан эйелеңкерәй биреп атлаған ирҙең һөйрәгән йөгөн дә, уның ҡайҙан килеүен дә самалай ине, шуға күрә өндәшмәй, баш ҡағып иҫәнләшеп кенә уҙыштылар. Аңланылар. Йәлләнеләр.
Ҡасандыр ошо урамдарҙың йоҡоһон алып, төндәрен гармун тартып йөрөүсе ауылдың иң дәртле егете бөгөн меҫкен ҡиәфәттә эскесе ҡатынын һөйрәп ҡайтып бара. Юҡ, эскесе ҡатынын ғына түгел, үҙ яҙмышын һөйрәп бара ул. Әсе, мәғәнәһеҙ һәм бәхетһеҙ яҙмышын...
Һыуыҡҡа бирешеп, санала йолҡош көсөктәй бөршәйеп ятҡан ҡатынды Ғәфүр сананан йолҡоп алып түрҙәге карауатҡа индереп һалды ла, йылыға ингәс, тағы ла ҡырҡыуыраҡ булып сыҡҡан еҫкә уҡшый-уҡшый, сисендерергә тотондо. Ҡаҡашып ҡатҡан эске күлдәктең төймәләрен ысҡындырып та тормайса, йән асыуынан икегә айырып йыртҡас, һөт төшөүҙән саманан тыш тирткән имсәкте һөйрәп сығарып, ашарға көтөп тулап ятҡан сабыйының ауыҙына тыҡты. Уныһы сәсәй-сәсәй имергә тотондо.
– Араҡы ғына имеп үҫә инде шул бала! – Һеңгәҙәп карауат ситендә ултырған ирҙе алғы яҡтан сыҡҡан тауыш һиҫкәндерҙе. – Әйтәм дә, шешәләп һыйыр һөтө генә имеҙәйек, тип. Ҡаршылашаһың бит, – Сәбилә ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә алғы яҡтан төпкө өйгә сыҡты. – Ярамай, имеш. Юҡты.
– Ярамай шул, әсәй. Һыйыр һөтө ашҡаҙанын боҙа. Кәзәнеке булһа – бер хәл. Барыбер әсә һөтөнә етмәй ул. Ныҡышма!
– Ана һөтө, ана һөтө... – ҡартәсәй кеше, һөйләнә-һөйләнә, ейәнен карауаттан бишеккә күсерҙе. – Үлмәй ҙә бит, исмаһам! – Был һүҙен рәнйеп, айырым бер ҡәһәр ҡушып әйтте, әйткәненән үҙе лә һиҫкәнде.
– Ни һөйләйһең ул, әсәй? Бала…
– Баланы әйтмәйем дә… Анауҙы!..
Ғәфүр ырғып тороп, әсәһенең алдына уҡ килеп баҫты:
– Ниткән һүҙең был, әсәй?! Бала бар бит!..
Башҡаса Сәбилә йортонда бының ише һөйләшеүҙәр ҙә, ҡарғыш-рәнйештәр ҙә булманы. Аҙна-ун көн самаһы ваҡыттан һуң, ҡайҙалыр сығып китеп олаҡҡан эскесе ҡатындың мәйете ауыл зыяратына урынлаштырылды. Әле етемлектең ни икәнен аңларлыҡ аҡылы булмаһа ла, үҙ башына төшкән өлөштөң әселеген тойғандай, шалҡан ише аҡ малай, алған -һалғанды белмәй, көндө төнгә ялғап иланы ла иланы. Иланы ла иланы...
Лена Хәйруллина.
Дауамы бар.
Фото Т.Роза
Читайте нас: