Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 22:55

“Атҡаҙанған” исеме тәтемәйәсәк...

Гөлназ Асаева ире хаҡында көтөлмәгән хәбәр еткергән. Тура эфирҙы ҡараусылар бындай хәлгә хайран ҡалған...

Быйыл июлдә башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың мосолман йолаһы буйынса никах уҡытыуы мәғлүм булып, был хәбәр күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны.
Ошонан һуң мәғлүмәт сығанаҡтарында әленән-әле йәштәргә бәйле төрлө яңылыҡтар таралып тора, халыҡ йәштәрҙең ижады менән генә түгел, тормошо менән дә әүҙем ҡыҙыҡһына. Хәйер, быға сәбәпте йыш ҡына йәштәр үҙҙәре лә бирә.
Мәҫәлән, бығаса билдәле милләттәшебеҙ Элвин Грейҙың лейблы аҫтында сығыш яһаған Вилдан Шәмсетдинов өйләнгәндән һуң социаль селтәрҙәр аша хәҙер ирекле ижадсы икәнлеген һәм башҡа “Элвин Грей” лейблы аҫтында сығыш яһамауын белдергәйне. Радик Юлъяҡшин да яуабын оҙаҡ көттөрмәне. Ул социаль селтәрҙә Вилдан Шәмсетдинов әлеге репертуары менән сығыш яһай алмаясағын, ротацияларҙан алыуын һәм башҡа сикләүҙәр ҡуйылыуын, әгәр Виллины берәйһе сығыш яһарға саҡырһа, ҙур штраф түләйәсәген хәбәр итте.
Йәштәр иһә пандемия осоронда төрлө бизнес төрҙәрен һынап ҡарауҙарын, яңы автомобиль һатып алыуҙарын да хәбәр итте.
Кисә иһә Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә тура эфирға сығып, тағы ла үҙҙәре хаҡында һөйләргә мәжбүр иткән.
Ул үҙенең ижадын һөйөүселәр менән бәйләнешкә сыҡҡан, бер мәл һөйләшеүгә Вильдан да килеп ҡушылған.
– Мин ҡасан “атҡаҙанған” (артист) исемен алам? – тип һораған ул уйынлы-ысынлы. Быға Гөлназ ҡырҡа:
– Бер ҡасан да! – тип яуап биргән.
Эфирҙы ҡараусылар бындай хәлгә хайран ҡалған, “ни эшләп иреңдең һәләтенә ышанмайһың”, “уға теләктәшлек күрһәтмәйһең” тигән һорауҙар яуҙырған.
Гөлназдың иһә быға бәйле фекере түбәндәгесә: юғары исем алыу өсөн һәләтле булыу ғына аҙ, ҡайһы бер урында телде тыя белергә, өндәшмәҫкә кәрәк. Әйтеүенсә, Вилдан ҡайһы саҡта “насар һүҙҙәр һөйләй”.
Быға ҡаршы көйәрмәндәр “Элвин Грей нисектер исем алды бит, тимәк, һеҙ ҙә алырһығыҙ”, тигән өмөт белдергән.
– Ул уны фәҡәт ижады өсөн алды. Ҡайҙалыр, ниндәйҙер етешһеҙлектәре булды икән, был бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, - тип яуап биргән быға Гөлназ.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: геройҙарҙың социаль селтәрҙәге шәхси битенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: