Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 13:41

Ҡыҙҙы урлағандармы, әллә...

Күгәрсен районынан 19 йәшлек ҡыҙ егерме көн буйы тиерлек ҡайҙа булған?

27 сентябрҙә Күгәрсен районының Исем ауылынан 19 йәшлек Анна Тужилкина юғалған, тип хәбәр иткәйнек. Ул дуҫтары менән бергә сығып киткән, әммә өйөнә кире ҡайтмаған. Ҡыҙҙың әсәһе Елена Тужилкина балаһына хәүеф янай, уны эҙләп табырға ярҙам итеүселәр булмаҫмы икән, тип киң мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт иткән ине.
Анна Тужилкина үҙен бер кем дә урламауы һәм түбәндәгеләр хаҡында һөйләгән. “Мин хәҙер дуҫ ҡыҙымда йәшәйем. Ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иттем. Был хаҡта полицияға хәбәр иттем. Ғаиләмә лә әйттем. Минең менән барыһы ла яҡшы”, – тип аңлатҡан ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡыҙҙың әсәһе Елена Тужилкина Аняның өйҙән телефонһыҙ, хатта сумкаһыҙ сығып китеүе, уны бер ирҙең эҙәрлекләүе, өҫтәүенә был кешенең балаһының телефонын тартып алыуы, янауы хаҡында хәбәр иткән ине. Ҡыҙ үҙен бер кем дә көсләп бер ҡайҙа ла алып китмәүе, урламауы хаҡында әйткән. Ҡыҙ өйөнән ғаиләһе үҙе яҙмышы итеп һайлаған иргә ҡаршы булған өсөн киткән.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i-i-urla-andarmi--ll-497682/
Читайте нас: