Ул тотороҡло үҫеш юлынан бара һәм республиканың юл комплексын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерә. Предприятие, юлдар төҙөү, ремонтлау һәм реконструкциялауҙа генераль подрядсы булараҡ, киң ҡоласлы эштәр алып бара.
Һуңғы йылдарҙы ғына барлаһаҡ та, уларҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн әһәмиәтле эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, М-5 “Урал” автомобиль магистралендә Ташкисеү биҫтәһе биләмәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм 7,5 километр оҙонлоғонда баш ҡалаға инеү юлын төҙөгәндәр. Ҡариҙел районында Бөрө – Таштүбә – Һатҡы автомобиль юлында йылға аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтеү участкаһында юл күтәргәндәр. Шулай уҡ Салауат районының Көҫәпәй ауылына юл һалғандар. Өфө – Инйәр – Белорет юлының район биләмәһе аша үткән участкаһында юл япмаһын яңыртҡандар.
Быйыл да хеҙмәт күрһәткестәре юғары. Ҡариҙел һәм Дыуан райондарында Бөрө – Таштүбә – Һатҡы юлын реконструкциялауҙы дауам итәләр. Өфө һәм Ишембай ҡалаларында тиҫтәнән ашыу урамды ремонтлағандар.
Предприятие коллективы үҙ эшмәкәрлеген республика даирәһендә алып барған бер үк ваҡытта, тыуған районында юлдарҙы төҙөкләндереүгә лә ҙур көс һала. Әйтәйек, быйыл Ҡырмыҫҡалы – Түбәнге Төкөн, Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡшишмә һәм Олокүл – Һаҡай юлдарын ремонтлағандар. Республиканың ҡайһы ғына төбәгендә булһа ла, уларҙың төҙөгәне заманса, яҡшы, сифатлы тип билдәләнә. Яңы юлдар халыҡҡа ҙур уңайлыҡтар тыуҙыра, көнкүреш кимәлен күтәрә.
Коллектив хеҙмәткәрҙәре юлдарҙың хәүефһеҙ һәм юлсыларға уңайлы булыуы хаҡында ҙур хәстәрлек күрә. Предприятие ҡарамағында барлығы 535,8 километр төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар иҫәпләнә. Уларға өҫтәп, 400-ҙән ашыу һыу торбаһын, 11644 погон метр барьер ҡоролмаһын, 1600 дана самаһы юл билдәһен, 35 автопавильонды һәр саҡ ҡараулы һәм тәртиптә тоторға кәрәк. Ә бит бер генә юл билдәһенең тейешле урында булмауы ла хәүеф-хәтәргә килтереүе ихтимал.
Юл хеҙмәткәрҙәренән ҙур яуаплылыҡ һәм теүәллек талап ителә. Ғөмүмән, был өлкәлә тырыш, ауырлыҡҡа сыҙам, физик яҡтан сыныҡҡан кешеләр генә эшләй ала.
Коллективта оҙаҡ йылдар дауамында үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған маҡтаулы хеҙмәткәрҙәр күп. Мастер Радик Теләүлин Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе булып танылған, мастер Рәмил Абдрафиҡов, инженер-лаборант Ольга Йыһаншина, водитель Фирғәт Ҡотдосов республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Машинист Радик Ғәлин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ, Ғәлинур Искәндәров республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Предприятиела тиҫтәләрсә йыл намыҫлы эшләгән энергетик Рөстәм Ураҙбахтин, кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә иткән кадрҙар буйынса тәжрибәле белгес, профсоюз ойошмаһы рәйесе Фирҙәүсә Мостафина, етештереү-техник бүлеге начальнигы Хәбир Фәтҡуллин, келәт мөдире Әлфиә Мусина, мастер Таһир Яҡупов, битумсы Ғайсар Ҡолбахтин, электрик Рәүфәт Яҡупов, машинист Энгель Халиҡов, водителдәр Рәсим Фәхретдинов, Альберт Шәрәфетдинов, Рәмзи Мөхәмәтшин, Мөнир Ғәләүетдинов, Сергей Дмитриев, ағалы-ҡустылы Дамир менән Әмир Батталовтар, Рәзит Баҡыев йәш хеҙмәттәштәренә матур үрнәк күрһәтә.
Предприятиеға етәкселек итеүгә лә әҙерлекле кадрҙар тәғәйенләнгән. Иң мөһиме – улар коллектив һынауын үткән. Идаралыҡ начальнигы Илдар Яруллин хеҙмәт юлын мастер булып башлаған, бер нисә йыл баш инженер вазифаһын башҡарған. Ике йыл элек уға етәкселек итеүҙе йөкмәткәндәр. Юл комплексы хеҙмәтенең бөтә нескәлектәрен белгән, үҙенә һәм кешеләргә талапсан, эште заманса ойошторған етәксе менән эшләү ауыр хеҙмәтте лә еңеләйтә, ти хеҙмәттәштәре Илдар Хәлим улы хаҡында.
Баш инженер Илгиз Зәйнуллин да үҙенең ғүмерен юл хужалығы тармағына бағышлаған. Тәүҙә етештереү-техник бүлеге инженеры, унан һуң төҙөлөш буйынса мастер булып эшләгән. Техниканың төҙөклөгө һәм етештереүсәнле эшләүе, технологик процестарҙың теүәл үтәлеүе нәҡ Илгиз Әсхәт улының тырышлығы менән ғәмәлгә ашырыла.
Коллективтың үҙенә генә хас традициялары бар. Әйтәйек, йәмғиәттә онотолоп барған хеҙмәт династиялары, быуындар бәйләнеше күренештәрен бында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Аталы-уллы Әмир һәм Айҙар Ардашировтар – водитель, Рәфил Хисамов – водитель, ә улы Альберт лаборант булып эшләй.
Һуңғы йылдарҙа коллектив һәләтле йәштәр иҫәбенә тулыланған. Инженер Илнара Сөләймәнова, мастер Юнир Ҡорманғолов, иретеп йәбештереүсе Зөлфәр Исхаҡов, машинист Айҙар Абакачев, водителдәр Алексей Матвеев, Алексей Алексеев, Рушан Мырҙаҡаев, машинистар Александр Сметанин һәм Рәфит Миһранов эштә йәштәрсә сәмлелек күрһәтә.
Күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген республика юл комплексын үҫтереүгә арнаған булдыҡлы коллектив үҙенең һөнәри байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Улар төҙөгән юлдар юлаусылар рәхмәт әйтеп үтерлек.
Ҡырмыҫҡалы районы.