Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 13:27

Дөрөҫ тын алыу – сәләмәтлек тигән һүҙ

Дөрөҫ тын алыу – бөтә тереклектең йәшәүе өсөн тейешле шарт. Үпкә һәм тын алыу системаһы органдарының сәләмәтлеге - кеше именлегенең төп гаранты.

Медицина календарендә сағыштырмаса яңы дата барлыҡҡа килде. 14 октябрь – Бөтә донъя спирометрия көнө 2003 йылдан бер нисә халыҡ-ара ойошмаларының башланғысы менән билдәләнә. Был иҫтәлекле датаның булдырылыуын тын алыу эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән юғары теүәллекле диагностика ысулына хөрмәт күрһәтеү тип ҡарарға кәрәк.
Дөрөҫ тын алыу – бөтә тереклектең йәшәүе өсөн тейешле шарт. Үпкә һәм тын алыу системаһы органдарының сәләмәтлеге - кеше именлегенең төп гаранты. Улар берҙәм эшләгәндә генә тормош сифаты хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм тын алыу системаһының функцияларын һаҡлау өсөн саралар етерлек.
Кешеләрҙә бронхообструктив патология тип аталған сирҙе иртә асыҡлау өсөн бөтә мөмкинлек бар. Ул үпкәнең хроник обструктив сире рәүешендә үтә (ХОБЛ). Сирҙең нигеҙендә ваҡ бронхтарҙың тарайыуы һәм ялҡынһыныуы ята, үпкә туҡымаһы тарҡала. Уның “ҡабарыуы” арҡаһында кеше йүтәлләй башлай, тын ҡыҫыла, тиҙ арый. ХОБЛ - бик етди сир,оҙаҡ йылдар буйына ауырыуҙы йонсота, организмда кислород етешмәй. Тейешле дауа булмағанда кеше инвалидлыҡҡа юлыға һәм һәләк була.
Сирҙең аҙыу сәбәптәре билдәле - тәмәке, кальян һәм башҡа ҡушымталар тартыу. Һеҙ һурған тәмәке төтөнө бронхтарҙы һәм үпкә туҡымаһын зарарлай. Сиргә килтереүсе башҡа сәбәптәр ҙә етерлек: зарарлы производствола эшләү, биологик яғыулыҡ (утын, күмер) янғанда барлыҡҡа килгән төтөндө һулау, экологик яҡтан имен булмаған шарттарҙа йәшәү. Башта үпкәнең хроник обструктив сире үҙен һиҙҙермәй. Клиник билдәләре, ҡағиҙә булараҡ, оҙаҡ тартҡан кешелә асыҡлана. Бары ун йылдан һуң ғына сирҙең билдәләре һиҙелеүе ихтимал.
Уны алдан асыҡлау сараһы бар - спирометрия. Бының өсөн тәрән һулыш алғандан һуң махсус көпшәгә мөмкин булғанса үпкәләге тынды киҫкен рәүештә сығарырға кәрәк. Спирометр менән тоташтырылған компьютер һеҙҙең тынығыҙ сығарған һауа күләмен үлсәй, анализлай, тиҙлеген асыҡлай. Спирометрия күрһәткестәре норманан ҡайтыш булһа, табип һеҙгә артабан тикшеренеү саралары һәм дауа тәғәйенләйәсәк. Был мөһим тикшереүҙе Сәләмәтлек үҙәктәрендә үтергә мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: