Даирә
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 17:55
Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар арта, тәүлек эсендә – 73 кеше
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан республикала коронавирус инфекцияһы буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе хәбәр иттеләр.
16 октябргә COVID-19 йоҡтороуҙың 73 осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 9 609 кеше сирләгән.
Тәүлек эсендә — 56, коронавирус эпидемияһы осоронда 8 634 кеше һауыҡҡан. Әле 118 пациент стационарҙа ята, 810-ы өйҙә дауалана. Ошо тәүлектә яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Алдан
хәбәр ителгәнсә
, республикала яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 47-се пациент — Өфөнән 1954 йылғы ир вафат булды.
https://
www.bashinform.ru/news/1508326-v-bashkirii-idet-rost-infitsirovannykh-koronavirusom-prirost-za-sutki-73-cheloveka/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: