Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 13:44

80 йәшлек бабайға төрмә янай

Аҡыл бирер ололарҙың башҡа һыймаҫлыҡ ғәмәлдәре хайран итә...

Һуңғы ваҡытта республикала ҡот осҡос хәлдәрҙең күп булыуы бер аҙ һағайта ла, шомландыра ла. Әсәһе үҙе ярҙам күрһәтеп ҡыҙын көсләүгә юл ҡуя, кемдер үҙ балаһын үлтерә. Ә бына ошо көндәрҙә булған ваҡиға барыһын да шаҡ ҡатырҙы: 80 йәшлек бабай алты йәшлек ҡыҙҙы ҡыуаҡтар араһына индереп мәсхәрәләй. Был хәл Өфө ҡалаһы райондарының береһендә теркәлгән.
Ҡыҙҙың яҡындары осраҡ тураһында белгәс тә хоҡуҡ һаҡлау бүлегенә ғариза яҙған. Әле 80 йәшлек енәйәтсе ҡулға алынған, тикшереү эше бара. Ҡарт көнөндә уға һуңғы көндәрен "тимер рәшәткә" артында үткәрергә тура килер, моғайын.
Ата - улды, инә ҡыҙҙы белмәгән заманда йәшәйбеҙ, шуға күрә ата-әсәләр балаларға ҡарата иғтибарлы булһын ине. Улығыҙ йә ҡыҙығыҙ кемдәр менән уйнай, аралаша икәнлеген һәр саҡ тикшереп тороғоҙ, улар хаҡында хәбәрҙар булығыҙ. Аҙаҡ һуң булып ҡуймаһын. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото:gtrk.tv

Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/80-y-shlek-babay-a-t-rm-yanay-498409/
Читайте нас: