Был йәһәттән беҙҙең районда байтаҡ эштәр башҡарыла һәм ғәмәлгә ашырыла. Быйыл иһә Республика көнө алдынан халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында төҙөлгән бер нисә объектты асыу тантанаһы булып уҙҙы.
Район үҙәгенең Ғафури урамындағы 22-се һанлы йортта йәшәүселәр был үҙгәрештәрҙе бер нисә йыл көткәйне. Хәҙер күп фатирлы йорттоң ихатаһы бөтә талаптарға һәм стандарттарға ярашлы: бында автомобилдәр өсөн туҡталыш, хәүефһеҙ ҡатлам түшәлгән балалар майҙансығы, яҡтыртҡыстар һәм эскәмйәләр булдырылды.