Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 14:40

Балаларҙы тәрбиәләүҙә - халыҡ ижады

Әлфиә Ирмәкова, мәғариф уҙаманы, Алайғыр ауылы:- Ата-бабаларыбыҙ бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән.

Би­шектә саҡта уҡ көй көйләп, күңеленә моң һалған, һамаҡлап яратҡан:
Һәтес, һәтес ,
һәтес тә,
Бигерәк матур
бәпес тә.
Йылмая ла, көлә лә,
Алдаштыра белә лә.
Тиҙәйткестәр менән телен төҙәткән, телмә­рен үҫтергән, шымартҡан. Тиҙәйткестәрҙең тәрбиәүи яҡтан да роле ҙур. Мин дә ейән-ейәнсәрҙәремде тәрбиәләгәндә йыш ҡул­ланырға тырышам.
Килгән Ғата, кейгән ҡата,
Урам буйлап ләстит һата,
Инде хәҙер көтөү ҡайта
Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ!
Эшһеҙ кеше – ғәрһеҙ кеше,
Һәр бер ғәрһеҙ – әмәлһеҙ,
Ғәмәлһеҙ кеше – әмәлһеҙ.
Был тиҙәйткестәр бер­ҙән телде шымартһа, икенсенән эшһеҙ йөрө­мәҫ­кә, ниндәйҙер файҙалы шөғөл табырға өндәй.
Йомаҡтарға килгәндә, улар баланы уйларға, фекерләргә өйрәтә, зиһенен үҫтерә. “Аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, күлдәк кейә” (мендәр). Яуабын таба алмаһа, әйтеп ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, һәр өйҙә була торған әйбер, һин дә унда йоҡлайһың, тип. Һуңынан баланың үҙенән йомаҡ ҡойоуын һорайһың, уйлаған булып ҡыланаһың, яуап ҡайтармай тораһың. Шулай итеп, йомаҡтар сослоҡ тәрбиәләй.
Халҡыбыҙ тәрбиә мәсьәләһендә ваҡыт һына­уын үткән, тос фекер, тәрән аҡыл тупланған әйтемдәрен әйтеп ҡалдырған. Беҙ үҫкәндә инәйем: “Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, - тип әйткәне һаман иҫтә. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә , балаларыма ла ҡабатлап ҡына торам.
“Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләй­һе­геҙ, ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиә­ләйһегеҙ”, - ти халыҡ мәҡәле. Әлбиттә, яҡшы холоҡло ҡыҙ – яҡшы холоҡло әсә лә ул. Шуға күрә, беҙ әсәйҙәр, өләсәйҙәр ҡыҙҙарыбыҙҙы милләтебеҙ өсөн өлгөлө әсәй итеп, улдарыбыҙҙы илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларҙай ир-егеттәр итеп тәрбиә­лә­йек. Оло быуын тарафынан васыят итеп ҡалдырыла килгән изге ҡиммәттәрҙе һаҡлайыҡ.
Гөлсәсәк АЛАСОВА яҙып алды.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.

P.S.Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең өсөн “Ағинәй һүҙе” һәм “Аҡһаҡал һүҙе” рубрикаларын тәҡдим итәбеҙ. Өлкәндәрҙә - аҡыл хазинаһы. Тормош тәжрибәһен туплаған, йәшәйештең ағын да, ҡараһын да күргән, ғүмер ағыштары ҡуйған имтихандарҙы лайыҡлы үткән ҙур хөрмәткә лайыҡ яҡташтарыбыҙҙың әйтер һүҙҙәре менән артабанғы һандарҙа танышып барайыҡ.
Читайте нас: