Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 12:12

Ҡунаҡ – сос, хужа- ғәмһеҙ...

Ул Татарстандан килгән 20 йәшлек егет булып сыға. Енәйәт ҡылғанында...

Әлшәй районында йәшәгән 64 йәшлек ирҙең әйтеүенсә, ул бер нисә минутҡа ғына машинаһын урамда ҡалдырып, дарыуханаға инә. Сыҡһа, “тимер ат”ынан елдәр иҫкән! Полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Машина хужаһы үҙенең ғәмһеҙлеге арҡаһында асҡысын да автомобилдең ҡабыҙыу йоҙағында ҡалдырған икән. Ә сос егеттәргә шул ғына кәрәк. Тәфтиш-оператив төркөм уғрының эҙенә тиҙ төшә. Ул Татарстандан килгән 20 йәшлек егет булып сыға. Енәйәт ҡылғанында иҫерек булған. Өҫтәүенә пенсионерҙың машинаһын ватырға ла өлгөргән. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау эше дауам итә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Фото:BashNews. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/una--sos-huga--m-e-496892/
Читайте нас: