Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 06:35

“Тулыһынса дистанцияла уҡытыуға күсеү өсөн нигеҙ юҡ”

Уҡыу йорттары эшмәкәрлегендә "Роспотребнадзор"ҙың бөтә тәҡдимдәре иҫәпкә алынырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2020 йылдың 1 сентябренән 1 ноябренә тиклем бакалавриат, специалитет һәм магистратураның беренсе курс студенттары өсөн көндөҙгө уҡыу ойошторола, ҡалған курстар дистанцияла белем ала. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары, белем биреүҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, көндөҙгө уҡыу формаһындағы әҙерлек йүнәлештәре исемлеген үҙаллы билдәләй. 2020 йылдың 5 октябренән колледждарҙың бөтә курстары өсөн көндөҙгө уҡыу ойошторола, шулай уҡ дистанцияла белем биреү технологиялары, электрон уҡытыу формалары ла ҡулланыла. Бар йәһәттән "Роспотребнадзор"ҙың бөтә тәҡдимдәре иҫәпкә алынырға тейеш. Колледждарҙа әле санитар-эпидемиологик хәл тотороҡло, тотошлай дистанцияла уҡытыуға күсеү өсөн нигеҙ юҡ, ти Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова. Фото: News.yandex.com Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Tuli-insa-distantsiyala-u-itiu-a-k-se--s-n-nige-yu-496838/
Читайте нас: