Борай районында теркәлгән үлемесле ваҡиға халыҡты тетрәндерҙе. Һис уйламағанда мунсала янғын сыҡҡан, утта пенсионер һәләк булған. Бәлә ҡыңғырау тағып килмәй, ти халыҡ әйтеме. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Иҫке Бикмәт ауылында йәшәгән 60 йәшлек ир мунсала фажиғәгә тарыған. Ведомствола әйтеүҙәренсә, янғын сәбәбе - мейестең төҙөк булмауында. Статистика бик күңелһеҙ: йыл башынан мунсала һәм сауналарҙа 700-ҙән ашыу янғын сыҡҡан. Бөтәһе республикала 9 638 янғын теркәлгән, уларҙа 174 кеше һәләк булған. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Meyes-t--k-bulma-an-496868/