Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 06:38

Был мәсьәлә ҙур бәхәс тыуҙырҙы

Башҡортостан парламенты ҡайһы бер ҡануни акттарға үҙгәрештәр индерергә йыйына.

“Башҡортостан Республикаһының айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләнә. Ул дәүләт милке булыуы сикләнмәгән ер биләмәләрен бүлеп биреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен ҡабаттан бүлеүгә йүнәлтелгән. – Закон проекты беренсе уҡыуҙа тикшергәндә депутаттар араһында ҙур бәхәс һәм йәмәғәтселектә лә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Прокуратурала ла һорауҙар булмай ҡалманы. Закон проектын икенсе уҡыуға әҙерләү өсөн республика Хөкүмәте, прокуратура, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрҙек. Уны камилаштырыу буйынса муниципалитеттарҙан тәҡдимдәр алдыҡ. Төҙәтмәләрҙе бар урында ла хупланылар. Парламент етәксеһе әйтеүенсә, төҙәтмәләр законды тормошҡа ашырыу механизмына асыҡлыҡ индерә. Әлеге ваҡытта был мәсьәләлә һәр муниципалитет үҙ белдегенә эш итә, шуға ла ҡануниәтте боҙоуҙарға юл ҡуйыла. Фото: zen.yandex.ru Автор: Рәшит Кәлимуллин https://bash.rbsmi.ru/articles/br-normativ-kho-u-i-akttary/Bil-m-s-l--ur-b-h-s-tiu-ir-i-496648/
Читайте нас: