Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 06:33

Бәхетле тормошҡа өмөт иткәндер ҙә бит...

Әммә танышҡан кешеһе менән борсаҡтары бешмәй, улар ниҙағлаша һәм аҙағы бик күңелһеҙ тамамлана.

Интернет тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Унһыҙ бер генә эш тә бармаҫ кеүек. Ҡайһы берәүҙәр хатта шәхси тормошон да интернет ярҙамында яйларға маташа. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социаль селтәрҙәр аша тапҡан, идеалға тап килгән йәрҙәр, ысынбарлыҡта төптө киреһе булып сыға. “КП-Өфө” порталы хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәгән 65 йәшлек ҡатын да cоциаль селтәрҙәр аша 54 йәшлек ир менән таныша. Күп тә үтмәй улар осрашырға һүҙ ҡуйыша. Ҡатын “Һөйгәнен” үҙ фатирына саҡыра, әммә быларҙың борсағы бешмәй – улар низағлашып китә. Иреш-талаш ваҡытында ир яңы танышҡан ҡатынды быуып үлтерә. Һуңынан фатирҙы тентеп, ҡиммәтле әйберҙәр эҙләй: затлы тунды, ҡиммәтле биҙәүестәрҙе һәм планшетты урлап ҡаса. Икенсе көндө ҡатындың кәүҙәһен бер туған туғаны таба һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Тәфтиш эштәре мәлендә фатирҙы тикшереп, видеокүҙәтеү камераларын ҡарап, мәрхүмәнең таныштары менән аралашҡандан һуң енәйәтсенең эҙенә төшәләр. Уның фатирынан урланған әйберҙәр ҙә табыла. Тунды ломбардҡа тапшырған була ул. Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, йән ҡыйыусыны хөкөм итеп, 9,5 йылға төрмәгә ултыртҡандар. Фото “Бәйләнештә”. Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-hetle-tormosh-a-m-t-itk-nder--bit-495716/
Читайте нас: