Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 16:53

Автоцистерна ситкә осоп түңкәрелгән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 34 йәшлек водитель фажиғә урынында һәләк булған.

14 октябрь төнөнә ҡарай Мәләүез районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Мәләүез - Химзавод автомобиль юлының 3-сө километрында "КамАЗ" автоцистернаһы юлдан ситкә осҡан һәм түңкәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 34 йәшлек водитель фажиғә урынында һәләк булған. Авария сәбәптәрен асыҡлау эше дауам итә. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 13 октябрҙә республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған һәм 16 кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә 2 300 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 34 иҫерек водитель тотолған. Водителдәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, миҙгелдәр алмашыныу осоронда айырыуса һаҡлыҡ сараларын күрергә саҡырабыҙ. Иҫән-һау йөрөгөҙ, һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр! Фото: ЮХХДИ. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Avtotsisterna-sitk-osop-t-k-relg-n-497656/
Читайте нас: