Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 12:40
Әсәһенең юрауы юш килә
Бөгөн мәшһүр актриса Нурия Ирсаева тыуған көнөн билдәләй. Әсәһе уға бала сағында нимә юрай?
Бөгөн Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Нурия Ирсаева тыуған көнөн билдәләй.
Халыҡ һөйөүен яулаған актриса 1942 йылдың 13 октябрендә Миәкә районының Ҡанбәк ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән.
Яңы ғына тыуған сағынан әсәһенең генә түгел, тотош ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының һөйөү-наҙын татып үҫергә насип була уға, сөнки 1942 йылдың башында, ирен һуғышҡа оҙатҡанда, әсәһе Кәримә йөклө булыуын белмәгән дә була. Һуғыштың барлыҡ аяуһыҙлығына үс итеп тигәндәй тыуған Нурияға әсәһе бәләкәй саҡтан “даланлы булыр был бала” тип юрай.
Ауылда йәш балалар юҡ, ҡатын-ҡыҙҙар кистәрен бәпес һөйөргә тип Кәримә апайҙарға йыйыла. Атлап киткәс тә күрше-күлән яратып туймай үҙен, хатта әсәһенән һорап, йоҡларға һорап алып ҡайтыусылар ҙа була. Шулай итеп буласаҡ актриса бәләкәйҙән һөйөү-наҙға төрөнөп үҫә. Әсәһе лә бәпләп-наҙлап ҡына үҫтерә Хоҙайҙың бүләге булып тыуған ҡыҙын. “Шуға күрәме икән, әсәйемә бала саҡтан шул тиклем ныҡ эҫе булып, итәгенә йәбешеп тигәндәй үҫтем, ғәзизиемә булған был мөхәббәт ғүмер буйы мине оҙата барҙы. Ә бына миңә дүрт йәш тигәндә фашист лагерҙары ыҙаһын татып ҡайтҡан атайыма оҙаҡ өйрәнә алмауым иҫтә”, - тип хәтергә ала яҡындарын Нурия Исхаҡ ҡыҙы.
Әсәһенең юрауы юш килә: ысынлап та, даланлы булып сыға ҡыҙы – ҙур сәхнәләрҙә уйнай, юғары исемдәр яулай, фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡтың оло һөйөүен һәм ихтирамын ҡаҙана.
Әйткәндәй, кисә Нурия Ирсаева менән бер сәхнәлә уйнап, иҫ киткес матур мөхәббәтле образдар тыуҙырған Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Фидан Ғафаров та тыуған көнөн билдәләне.
Яратҡан артистарыбыҙҙы тыуған көндәре менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ!
Фото: allufa.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/s-ene-yuraui-yush-kil-495145/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?