Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 11:32

Кислород кимәлен белеү мөһим

Govid-19 менән ауырығанда сатурацияны үлсәү ниңә кәрәк? Ашығыс медицина ярҙамы табибының әйткәндәре файҙаға булыр тип уйлайбыҙ.

Коронавирус менән бергә тормошобоҙға яңы һүҙҙәр килеп инде. Мәҫәлән, карантикул, ковидиота һәм башҡа төшөнсәләр, терминдар. Нимә ул сатурация, пульсоксиметр? Кем был һорауға яуап бирә ала? Быны беҙгә белеү ниңә кәрәк?
Ашығыс медицина ярҙамы табибы, педиатр һәм госпиталь педиатрия кафедраһы ассистенты Рөстәм Мердалимовтың яуабы һәр кемгә файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.
Пульсоксиметр – ҡан сатурацияһын үлсәй торған прибор. Тәнде тишеү талап ителмәй. Ул бармаҡҡа кейҙерелә, махсус инфраҡыҙыл светодиод ҡан һәм йомшаҡ туҡымалар аша яҡтылыҡ үткәрә, шуның һөҙөмтәһендә сатурацияны билдәләргә ярҙам итә. Пульсоксиметрҙың тышҡы йөҙөн фотола күрәһегеҙ.
Ә сатурация нимәне аңлата? Ул ҡандың кислород менән туйыныу кимәлен күрһәтә. Кислородтың йөрөшө өсөн эритроциттарҙағы гемоглобин яуап бирә. Тимәк, сатурация юғарыраҡ булған һайын кеше ҡанында кислород та күберәк һәм ул туҡымаларға йәһәтерәк илтеп еткерелә.
Govid-19 сире менән ауырығанда сатурацияны үлсәү ниңә мөһим? Әгәр үпкәлә газ алмашыу боҙолһа (коронавирус инфекцияһында йыш күҙәтелә), ҡанға тейешле кимәлдә кислород барып етмәй. Ә ул организмдың бөтә туҡымаларына ла яҡшы эшләү өсөн кәрәк. Ауырыуҙы компьютер томографияһы тикшеренеүенә ебәреү тураһында ҡарар сығарыр алдынан пациенттың сәләмәтлек торошон NEWS шкалаһы буйынса баһалайҙар.
"Ауырыуҙың хәле төрлө параметрҙар буйынса баһалана: тын алыу йышлығы, йөрәк ҡыҫҡарыуы, ҡан сатурацияһы һәм башҡа күрһәткестәр буйынса. Тимәк, пульсоксиметрия ҡан сатурацияһы кимәлен баһалап, компьютер томографияһы тикшеренеүен үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн балдар суммаһын иҫәпләүҙә мөһим пункт булып тора", - тип аңлата табип.
Сатурацияның нормалағы кимәле – 94-96 процент, 99-100-гә етеүе лә ихтимал. Уның түбәнлеге (ҡанда кислородтың аҙлығы) гипоксия тип атала. Әгәр норманан кәм булһа?
Был саҡта бөтә органдарҙа һәм туҡымаларҙа матдәләр алмашыныуы боҙолоуы күҙәтелә, күҙәнәктәрҙә зарарлы матдәләр бүленеп сыға башлай, организм эшмәкәрлеге күҙәнәк кимәлендә боҙола.
"Организм хәлһеҙләнә, талсығыу, йоҡо килеү көсәйә. Сара күрмәгәндә, баш әйләнеүе, ҡолаҡтар шаулауы, аң юғалыуы ихтимал. Коронавирус инфекцияһының үҫеш тиҙлеге үпкә зарарланыуы дәрәжәһенә бәйле. Ҡағиҙә булараҡ, был бер нисә көн дауам итә", - ти Мердалимов.
Пульсоксиметр һәр ваҡытта ла дөрөҫ күрһәтәме? Быныһы пациенттың хәл-торошона бәйле. Мәҫәлән, ҡан баҫымы түбән булғанда, периферик ҡан менән тәьмин итеү боҙола, йәғни ҡан тейешле кимәлдә аяҡ-ҡул бармаҡтарына барып етмәй. Шуға күрә прибор дөрөҫ күрһәтмәйәсәк, күрһәткес түбән буласаҡ, сәбәбе - ҡандың насар йөрөүендә. Бөтөнләй күрһәтмәүе пә мөмкин, сөнки ҡан баҫымы кинәт төшкәндә, пульс тулҡыны периферияға барып етмәй.
Табиптың әйтеүенсә, пульсоксиметрҙы хәҙер дауаханаларҙа, медицина техникаһы магазиндарында һатып алырға һәм үҙаллы файҙаланырға мөмкин.
Фото: Mf-her.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Kislorod-kim-len-bele-m-im-493412/
Читайте нас: