Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 11:25

Егәрле етәксе

Шул саҡ күҙебеҙ кер йыйыу машинаһына төштө. Асып ебәрһәк, унда!..

Был хәлде Айзилә исемле танышым һөйләгәйне. Кемдер өсөн – ҡыҙыҡ, кемгәлер фәһемле булыр.
“Быға тиклем эшләгән урынымдағы етәксе ҡатын кейем-һалымға ныҡ иғтибар итеүсән ине. Һүҙ юҡ, үҙе бик модалы кейенә, яңынан-яңы күлдәк, пинжәк, итәк һатып алып ҡына тора. Ярай, уныһына һүҙ юҡ, хәленән килгәс, үҙенә оҡшағас, әйҙә кейенһен. Тик кешенең нисек кейенеүен тикшереп аптырата.

Сама менән бер йәштәрҙә булғас, ундай-бындай хәбәрҙәрен беҙгә – Гөлсөм менән миңә һөйләй. “Эй, анау бүлектәге Нина Федоровна бигерәк һәпрә кейенә, был бүлектәге Фәһимә сәсенең салын да буямай...” Ошоноң ише хәбәрҙәре менән ҡайһы берҙә ялҡытып та ташлай. Берәйһенең бүлмәһенә килеп инһә, ниңә тәҙрә төбөндә саң, өҫтәлеңдә тәртипһеҙлек, тип бәйләнеп аптырата кешеләрҙе.
Барыһы ла уны шул тиклем таҙа, уңған, егәрле ханымдыр тип уйлай ине.
Бер мәл, сираттағы отпускыһына сыҡҡас, төшкә табан ах та ух итеп эшкә килеп инде. Гөлсөм менән мине кабинетына саҡыртып, “Ҡыҙҙар, Рома менән ял итергә китеп барам. Зинһар, фатирымды ҡарап, гөлдәремә һыу һибеп тороғоҙ инде”, - тип беҙгә асҡыс ҡалдырҙы ла улы менән йылы яҡҡа ял итергә китте. Ишектән сығыр саҡта: “Ҡыҙҙар, ныҡ ашыҡҡас, фатирымда аҙыраҡ тәртипһеҙлек ҡалды, зинһар, ҡарағыҙ инде, йәме!” - тип тә өҫтәне.
Икенсе көн эштән һуң киттек етәксебеҙҙең фатирына. “Аҙыраҡ тәртипһеҙлек” тип бик йомшартып әйткән икән хужабыҙ. Йыйыштырылмаған өҫтәл, йыуылмаған һауыт-һаба, унда-бында туҙып ятҡан әйберҙәр – барыһы ла тәртипкә килтерелде, сүп-сар сығарып түгелде, кухня иҙәне һепереп алынды, ике бөртөк гөлгә һыу һибелде... Тәҙрә төбөндәге саңды һөртөп торманыҡ, 20 көн буйы барыбер саңланасаҡ, тинек тә ҡайтып киттек.
Аҙна аҙағында, ял алдынан, теге ике гөлгә һыу һибәйек әле тип, тағы барып әйләнергә булдыҡ. Ишекте асыу менән беҙҙе насар еҫ ҡаршы алды. Аптыраныҡ. Бар нәмәне тейешенсә йыйыштырғайныҡ бит һуң. Һыуытҡыс, туңдырғыс, газ мейесе, шкафтар – тикшермәгән урын ҡалманы, тик еҫләнеп ултырырҙай әйбер тапманыҡ.
Шул саҡ күҙебеҙ кер йыйыу машинаһына төштө. Асып ебәрһәк... Унда нисәлер көн элек йыуылған кер ята булып сыҡты. Әйтһәсе, исмаһам! Өйҙә булған барлыҡ порошок, хуш еҫләндергес ҡатнашмаларҙы һалып, баяғы керҙе яңынан йыуырға ҡуйып, кер машинаһының эшен тамамлауын көтөп ултырып, балконына сығарып элеп, “егәрле” хужабыҙҙы әрләй-әрләй ҡайтырға сыҡтыҡ...
Фото: stihi.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Eg-rle-et-kse-494679/
Читайте нас: