Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 20:19

Бындай хәл беҙҙә була күрмәһен...

Аяныслы ла, ғибрәтле лә ваҡиға

Рәсәйҙең Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты өс кешене үлтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Күп кешене атып үлтергән, бер нисәһен ауыр яралаған үҫмерҙең шәхесе тиҙ асыҡланып, фажиғә булыр көндәге хәл-ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле тергеҙелгән.
Ҡанлы ваҡиға 12 октябрҙә көпә-көндөҙ була. Әле асыҡланыуынса, үҫмерҙең ҡулынан өс ир-ат үлгән, ике ҡатын-ҡыҙ һәм бер ир ҡаты яраланған. Ауыр хәлдәге зыян күреүселәрҙе дауаханаға оҙатҡандар, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар бар көсөн һала... Үлгәндәрҙең, зыян күреүселәрҙең туғандарына психолог ярҙамы күрһәтелә...

18 йәшлек Даниил Монахов Большеорловский ҡасабаһында йәшәгән өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Күршеләренең һүҙҙәренә ҡарағанда, егет бында үҙе генә лә, атаһы менән дә йыш ҡайтҡылаған.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 12-һе көндө өләсәй менән ейән араһында тартҡылаш сыға: оло кеше уҡырға (Түбәнге Новгородта уҡыған) кәрәклеген иҫенә төшөрә, ә егеттең бер ҙә барғыһы килмәй. Шулай булһа ла, ныҡышып, өләсәһе уны туҡталышҡа алып сыға. Юлда Даниил хәҙер киләм тип кире өйгә йүгерә, оҙаҡлағас, өләсәһе лә ҡабаландырырға тип ҡайтып инә һәм үҫмерҙең ҡулында һунар мылтығын күрә. Иң беренсе пулы өләсәһенә төбәлә...
Оло кешенең ғүмере өсөн табиптар төнө буйы көрәшә, уның үлеме тураһындағы хәбәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип хәбәр иткән өлкәнең һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Ҡораллының юлында ҡысҡырышҡан тауыш ишетеп, ярҙамға ашыҡҡан күрше осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үлемесле яралана. Унан аҡылын юйған егет урамда осраҡлы тағы берәүҙең арҡаһына ата, шунан инде, күҙе тоноп, тирә-яҡҡа атҡыслай башлай. Шул мәлдә килеп туҡтаған автобус та ут аҫтына эләгә. Хәлде тиҙ баһалап, водитель пассажирҙар тейәлгән транспортты был тирәнән тиҙерәк алып китә.

Ике һунар мылтығы, патрондар һалынған биштәр аҫҡан үҫмер урманға ҡасҡан, шунлыҡтан ул хәүеф менән янай, тип иҫкәртеү яһай хоҡуҡ һаҡсылары һәм халыҡты урамда йөрөмәй торорға саҡыра.

Ҡоралланған үҫмерҙе эҙләүгә полиция, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре, хатта махсус авиация отряды, пилотһыҙ осоу аппараттары йәлеп ителә. Атаһы ла улын эҙләүгә ҡушыла.
Бөгөн төштән һуң үҫмерҙең үле кәүҙәһен тапҡандар. Алдан фаразлауҙар буйынса, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған...

Даниил тураһында нимәләр билдәле: ғаилә яҡшы, етеш йәшәүселәрҙән, үҫмерҙе тыныс, ипле тип ҡылыҡһырлайҙар, дуҫтары булмаған, күберәк туғандары менән генә аралашҡан. Һуңғы ваҡыттарҙа ул атаһы менән өләсәһе йәшәгән ауылға һунар итер өсөн ҡайтҡан. Егеттең бер ай элек кенә ҡорал тотоуға лицензия алғанлығы билдәле.Ҡыҙыҡһыныуҙары ла ҡорал, уның тарихы, үҙенсәлектәре, шулай уҡ компьютер уйындары, экстремаль индустриаль туризм менән бәйле. Мәктәпте уҙған йыл тамамлаған, уртаса уҡыған, һаулығы торошо буйынса армияға алынмаған.

Фото:bloknot.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Binday-h-l-be--bula-k-rm-en-496378/
Читайте нас: